Ришат беҙҙең класташ ине, ә Рәмил бер йылға кесерәк булды. Ауылыбыҙҙа башланғыс мәктәп кенә булғанлыҡтан, күрше ауылға ете саҡрымға яҙлы-көҙлө йөрөп уҡыйбыҙ. Ҡыш интернатта ятабыҙ. Ришаттың ауылы 15 саҡрым алыҫлыҡта ине. Рәмил иһә бөтөнләй икенсе райондан килгәйне.
Элек байрамдар унар көнгә һуҙылманы. 1 Майҙа ла бер генә көн ял иттек. Ауылыбыҙ яҡын булғас, беҙ ҡайтып киттек. Ер һырыҡҡас, былай ҙа көн дә йөрөп уҡыйбыҙ инде. Ә Ришат менән Рәмил интернатта ҡалды. Буш ваҡыттарын нисек үткәрергә белмәй йөрөгән егеттәр (элек бит телевизор ҙа юҡ ине) кискеһен мәктәп ҡаҙанлығына барып ингән. Унда ике өлкән ағай күңелләнеп ултырған. Байрам хөрмәтенә тип, быларҙы ла табынға саҡырғандар. Эскелек менән мауыҡмаған йәш егеттәр тиҙ бирешкән һәм шунда ятып йоҡлап киткәндәр.
Иртәгәһен директор мәктәпкә килгән, котельныйға ингән. Кочегар ағайҙар янында төн уҙғарған уҡыусыларҙы күреп, байрамдан һуң быларҙы мәктәптән ҡыуыу тураһында ҡарар сығарған. Ришатҡа уҡыуҙы тамамларға бер ай ваҡыт ҡалған, йәғни имтихандар тапшырып, аттестат алып, белем усағы менән хушлашып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫаһы мәл еткән. Ә Рәмилгә бер айҙан туғыҙынсы класты бөтөрөргә кәрәк.
Ошондай яуаплы мәлдә директорҙың хәбәре аяҙ көндө йәшен атҡандай тойолдо. Беҙ, унынсы кластар, нисек тә Ришатты алып ҡалырға булдыҡ. Һөйләштек тә, директорға инергә ҡарар иттек. Иптәштәр, ышаныс күрһәтеп, һөйләшеүҙе миңә тапшырҙы. Нисек ингәнмен, нимә тип әйткәнмен - хәҙер иҫләмәйем, әммә директорҙың бөтә класығыҙ менән яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алып, үҙе менән һөйләшһәгеҙ, ҡарарбыҙ, тигән яуап алып сыҡҡаным хәтерҙә. Класс йыйылышына уҡытыусылар ҙа, директор үҙе лә килде. Ришаттың тәртибен тикшерҙек. Үҙен баҫтырып ҡуйып, бөтә иптәштәре, уҡытыусылар алдында ғәфү үтендереп, башҡа ундай хәл булмаясағына вәғәҙә иттереп тамамланды ул йыйылыш. Шулай итеп, беҙ класташыбыҙҙы ҡотҡарҙыҡ. Имтихандарын тапшырып, урта мәктәпте тамамлау тураһында аттестат алып сыҡты. Ә Рәмилде класташтары беҙҙең кеүек яҡлап сыҡманы...
...Тормошта һис уйламағанда көтөлмәгән осрашыуҙар булып тора. Үткән йәй һуғыш балалары тураһындағы китапҡа иҫтәлектәр йыйып йөрөгәндә районыбыҙҙа әлеге класташыбыҙ Ришат йәшәгән ауылда 90 йәшен үткән инәй барлығын әйттеләр. Киттем шунда. Бәлки, Ришатты ла күрермен әле, тип уйлайым үҙемсә. Ни тиһәң дә, мәктәпте тамамлағаны бирле осрашҡаныбыҙ юҡ бит. Мәктәп юбилейҙарына ла килгәне булманы, бәлки, үткән хәтирәләрен иҫенә төшөрөргә теләмәгәндер. Инәй бик хәтерле булып сыҡты. Һуғыш тамамланыуға һигеҙ тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, бөтәһен дә иҫләй. Ҡалала йәшәгән ҡыҙы ғаилә альбомын алып, ата-әсәһенең йәш саҡтарын күрһәтте, шунда балалар бергә төшкән фотоларҙағы туғандарын исемләп һанап сыҡты. Һәм шунда Ришат тигән таныш исем ишетеп ҡалдым. Бәй, был беҙҙең класташ табаһа. Һораша башланым. Мәктәптән һуң артабанғы яҙмышы нисек булған? Ҡайҙа йәшәй? Баҡһаң, мин Ришаттың әсәһе менән һөйләшкән булып сыҡҡанмын. Бына бит ниндәй осрашыу! Үкенескә, Ришат бынан бер нисә йыл элек кенә вафат булған икән. Мәктәпте тамамлағас, водителгә уҡыған һәм ғүмере буйы шул һөнәре буйынса эшләгән. Өйләнмәгән. Балалары бар. Әгәр теге ваҡыт, уҡыуын тамамлап бөтөргә лә ирек бирмәйенсә мәктәптән сығарылып ебәрелһә, артабанғы яҙмышы нисек булыр ине икән, тип уйланым...
...Баҡса урамынан китеп барам. Шунда бер йәш ҡатын миңә: "Апай, һеҙгә балан кәрәкмәйме? Бына йыйыусы юҡ, әсәйем дә яратмай, йыл да йыйылмай әрәм булып тороп ҡала", - тип өндәште. Ҡараһам, ысынлап та, шундай суғым тәлгәштәр. Мин йыйып алдым да ҡайнатма яһап, үҙҙәренә лә алып килеп биргәйнем, иҫтәре китте. Баландан да шулай тәмле ризыҡ әҙерләп булғанына аптыраны улар. Баҡһаң, Башҡортостандан ситтә йәшәп, яңыраҡ ҡына ҡайтып, баҡса өйө һатып алып, төҙөлөш эштәре менән мәж килеп йәшәп ятыуҙары икән. Икенсе килгәнемдә әсәһе менән дә таныштым. Инсульт кисергәндән һуң әкрен генә йөрөп ята ине. Һөйләшеп киттек. Рәмилдең райондашы икән. Шуға уның хаҡында һораштым.
- Ул минең бер туған ағайым бит, - тип альбом килтереп сығарып һөйләй башланы. - Беҙ ете бала үҫтек. Атайыбыҙ һуғыштан инвалид булып ҡайтты. Бер аяғы юҡ ине, үҙе эшләп алған ғына протез менән йөрөнө. Әсәйем бик матур йырлай ине. Рәмил ағайым да бәләкәйҙән йырлап, конкурстарҙа ҡатнашып йөрөнө, баянда уйнаны. Ҡарағандала шахтала эшләгән туғандарыбыҙ ауылға ҡайтҡайны, Рәмил ағайым шуларға эйәреп китте. Шахтала эшләгән. Мәрйәгә өйләнгән. Балалары булмаған. Шахта емерелеп, ағайым шунда һәләк булған...
...Мин тағы уйҙарым менән ярты быуаттан ашыу үткән мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайттым. Әгәр шунда туғыҙынсы кластар ҙа, беҙгә эйәреп, Рәмил өсөн көрәшеп, директор менән һөйләшеп алып ҡалһалар, кем белә, бәлки, уның яҙмышы бөтөнләй икенсе һуҡмаҡтан китер ине. Матур йырлап, баянда ла уйнағас, ошо һәләтен үҫтерер өсөн, бәлки, сәнғәт юлын һайлар һәм күренекле артист та булып китер ине. Кем белә...
...Йылдар үткәс, бөгөнгө күҙлектән ҡарап, мин шулай уйлайым. Барыбер мәктәп директоры был осраҡта шулай ҡәтғи ҡарарға килергә тейеш булмағандыр, тим. Уҡыусының үҙе менән атайҙарса ныҡлап һөйләшергә булманымы икән ни? Ғәҙәттә, кешенең тәүге насар ҡылығына ҡарата йә киҫәтеү, йә шелтә һымаҡ баһа бирергә мөмкин түгелме ни? Әгәр ихлас кешесә мөнәсәбәттә, аңлап ҡарағанда. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ете бала тәрбиәләгән атай кешенең урынына үҙеңде ҡуйып ҡарар кәрәк булғандыр бит? Класта һөйләшеп, иптәштәре алдында оялтып та ғүмерлек һабаҡ бирергә мөмкин дә баһа.
...Элек класс етәкселәренә бик ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә ине. Улар үҙ фәненән дәрес биреп кенә ҡалмай, төрлө әхлаҡи темаларға класс сәғәттәре, донъя хәлдәре тураһында политинформациялар үткәрә торғайнылар. Һуңғы йылдарҙа уҡытыусыларҙы ҡағыҙ эштәре күмеп китте, балалар менән тәрбиәүи сараларға иғтибар бөтөнләй кәмене. Былтырлы-быйыллы мәктәптәрҙә директорҙың кәңәшсеһе тигән яңы вазифа булдырылды. Класс етәкселәренә 5 мең һум өҫтәмә эш хаҡы ла түләнәсәк хәҙер.
...Үҙ класы өсөн янып-көйөп эшләгән уҡытыусылар элек тә булды, әле лә барҙар. Өфө ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә башҡорт теленән белем биргән бер уҡытыусы һөйләгәндәре ҡайһы яғы менәндер Рәмил яҙмышын хәтерләтеп ҡуйҙы. Проблемалы ғына ғаиләлә үҫкән (ата-әсәһе айырылышып, һәр ҡайһыһы икенсе ғаиләләре менән йәшәй, ә үҫмер өләсәһе тәрбиәһендә ҡала) дәрестәренән бик үк һәйбәт өлгәшмәһә лә, етди мауығыуына ҙур иғтибар бүлеп, И. Якутов исемендәге паркта ойошторолған Йәш тимер юлсылар түңәрәгендә ихлас шөғөлләнә. Предметтар буйынса баһалары насар булыу сәбәпле IХ класты бөтөү тураһында аттестат бирмәү яғында икән мәктәп коллективы. Әлеге уҡытыусы директорға инеп, һөйләшеп, баланың яҙмышын боҙмайыҡ, тормошта бит аттестаттағы билдәләр менән генә йәшәп булмай, бына күрерһегеҙ, унан шәп хеҙмәт кешеһе сығасаҡ, тип, тулы булмаған белем алыуы тураһында документын бирҙертеүгә өлгәшә. Әлеге көндә шул уҡыусы яратҡан һөнәре буйынса тимер юлында машинист булып эшләй, уҡытыусыһына рәхмәттәр әйтеп бөтә алмай, яйы тура килгән һайын күстәнәстәр тотоп килә...
Педагогтар кластарындағы һәр уҡыусыһының нисек өлгәшеүен генә түгел, ә нисек йәшәүен, ғаиләләренең тормошон, баланың нимә менән мауығыуын белеп, улар өсөн яҡын дуҫ та, кәңәшсе лә булһын ине.
Бына шундай уйҙар уйлатты мәктәп йылдарында булған ваҡиғаларҙы хәтерләү һәм иптәштәребеҙҙең яҡын кешеләре менән осрашыуҙар. Мәктәп йылдарынан тик яҡты иҫтәлектәр генә ҡалһын ине. Сөнки улар бит оло тормошҡа аяҡ баҫҡанда һәм артабанғы ғүмер юлыбыҙҙа йәшәү көсө биргән рухи маяҡтар булып ҡаласаҡ.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.