+4 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Сатира һәм юмор
2 Апрель , 15:34

Бер тинһеҙ ҡалдырам!

Айырылышам тип ғариза биргәндән алып Әлиәнең телефоны бер минутҡа ла тынмай. Тәүҙә ире Ризван яҙып аптыратты. Башта ғәфү үтенде: “Әлиәкәйем, кисер инде! Башҡа өрмәгән ергә ултыртмаҫмын, ҡәҙереңде белеп кенә йәшәрмен!” — тип ялбарҙы. Ҡатын яуап яҙманы. Тора-бара Ризван шарт ҡуя башланы: “Ғәфү итмәһәң, эскегә һабышам. Кисермәһәң, күрше әбейҙән ҡарғатам, башҡа кейәүгә лә сыға алмаҫһың”.

Бер тинһеҙ ҡалдырам!
Бер тинһеҙ ҡалдырам!

Был хаттарға ла яуап булмағас, Ризван мыҫҡыл итергә, ғәйепте уға ябырға тотондо: “Йәшләгемде урланың, уғры бисә! Һөйәрең булғандыр әле! Былай булһа еңел генә айырылыр инеңме ни?!” Әлиә, эт менән эт булмайым, тип өндәшмәгәс, сығырынан сыҡҡан ир уны былай ғына һүгергә кереште: “Эт! Алама! Мәскәй! Сәсрәп кит!..” Яуап алмағас, ҡурҡытыуға күсте: “Развудтан һуң мин һине бер тинһеҙ ҡалдырам! Донъяңды суд аша тартып алам! Ярты йорт — минеке!”
Унан ҡалышмай Әлиәгә Ризвандың ата-әсәһе, апа-ағалары ябырылды. “Улы­быҙҙың аҡсаһына ашап яттың бит! Бер тинен дә үҙенә тотонманы!”, “Ҡустыбыҙҙың елкәһенә менеп ултырҙың! Айырылышҡас, хәйерселәп сығып китерһең әле!”; “Ризван улыбыҙ — ир кеше, развудтан һуң, машина уға ҡалырға тейеш!”; “Ризван ҡустыбыҙҙы әллә нисә йыл йөк атылай күреп баҡса ҡаҙҙырттың, дача уныҡы була!”
Ахырҙа Әлиә түҙмәне, яуап яҙҙы: “Фатирҙы мин туйға тиклем алдым. Машинаны атайым бүләк итте, уға яҙылған. Баҡса өләсәйемдән ҡалды. Бик кәрәк булһа, ятҡан эҙе ҡалған диванын алһын! Уның башҡа бер нәмәһе лә юҡ!”
Шулай ирешә-талаша айырылышып ҡуйҙылар. Әлиә бар-мөлкәтен һаҡлап ҡала алды. Тик тиҫкәре Ризван ғына был ҡарар менән риза булмай сыҡты. “Уның башҡа бер нәмәһе лә юҡ, имеш! Тфү! Ниңә булмаһын ти?! Әллә мине бер хәйерсе тип ҡабул итә инде?! Иманын уҡытырмын, ух!” — тип көйәләнде ул. Оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәндән һуң, тәки талап итерлек, ҡайтарып алырлыҡ нәмә тапты. Ҡанатланған Ризван элекке ҡатынының ишеген тибеп асты ла өҫтәлгә шарт иттереп һуғып:
— Фамилиямды кире бир! — тип ғорур ҡиәфәт менән үҙенекен талап итте...

З. МУСИНА.

Автор:
Читайте нас: