Намаҙ - 2
Үткән һанда беҙ намаҙҙың тышҡы маҡсаты һәм уның кешегә ыңғай йоғонтоһо хаҡында һүҙ алып барғайныҡ. Был юлы намаҙҙың эске мәғәнәһе хаҡында һөйләмәксебеҙ.
Һәр кемгә мәғлүм, донъя күҙгә күренгән нәмәләрҙән генә тормай. Мәҫәлән, магнит, радио, гравитация һ.б. тулҡындарҙы беҙ күрмәйбеҙ, әммә уларҙың барлығын беләбеҙ, һиҙәбеҙ. Ғөмүмән, әҙәм балаһының күҙе ғәмәлдәге процестарҙың бер процентын да күрмәй. Күҙ, төнгө юлсының ҡулындағы фонарь кеүек, юҡ-барға барып ҡағылмаҫ, эләгеп йығылмаҫ өсөн генә бирелгән кешегә.
Күҙ матди донъяға ингән тулҡындарҙы ла күрмәгәс, йоҡа даирәне ҡайҙан тойомлаһын инде. Ә йоҡа ғәләм иҫ киткес ҙур һәм ул бар донъя менән, шул иҫәптән, матди тәбиғәт менән етәкселек итә.
Доға, намаҙ уҡыған кеше үҙе лә һиҙмәйенсә, белмәйенсә ана шул йоҡа донъя менән бәйләнешкә инә.
Кешенең мейеһе өс хәлдә була: уяу көйө, еңелсә һәм тәрән йоҡо рәүешендә. Әммә ғалимдар әйтеүенсә, дүртенсе осраҡ та бар икән – ул доға, намаҙ уҡыған мәлдә тыуа – кеше уяу, бөтәһен дә күрә, аңлай, ә мейеһе тулыһынса тиерлек эшләүҙән туҡтай. Ғәҙәттә, өс-дүрт айлыҡ балаларҙың ғына мейеһе ошондай хәлдә була.
Ғалимдар раҫлауынса, мейенең ана шундай хәлгә инә алыуы арҡаһында доға уҡығандан һуң кешегә еңел булып ҡала, ҡаты ауырыуҙарҙың да симптомдары юғала.
Мейенең яңы тыуған баланыҡы хәленә инеп алыуы уғата кәрәкле һәм файҙалы, тип раҫлай ғалимдар, ул бик күп ауырыуҙарҙан ҡотҡара. Дини китаптарҙа “бала кеүек булығыҙ” тип юҡҡа әйтелмәй бит.
Мейенең нейрондарҙан торғанын беләбеҙ. Төрлө насар уйҙар һәм тойғолар арҡаһында шул нейрондар араһында яңылыш кире бәйләнештәр барлыҡҡа килә, ә был тәндә төрлө ауырыуҙар тыуҙыра. Доға, намаҙ уҡығанда нейрондар араһындағы ана шул дөрөҫ булмаған бәйләнештәр юҡҡа сыға, был ауырыуҙарҙың төп сәбәбен үлтерә һәм кеше һауыға. Иң мөһиме, намаҙ уҡыусы ауырыуҙан ҡурҡмай башлай, ә был үҙе һауығыуҙың тәүге аҙымы. Әйткәндәй, рак менән ауырығандарға операция яһағандан һуң Аллаға ышанғандар, намаҙ уҡығандар күпкә оҙағыраҡ йәшәй, тип раҫлай ғалимдар. Америкала – доға ярҙамында шизофрениянан, Кореяла – ҡатын-ҡыҙҙы бал таба алмауҙан, Германияла – йөрәк ауырыуҙарынан дауалайҙар һәм был эксперименттар бөтә ерҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Иң мөһиме, доға һәм намаҙға бөтә күңелеңде һалып, ныҡ ышанып, ысын йөрәктән уҡырға ғына кәрәк.
Наил Ғәйетбай. Архивтан, 2009-йыл, 4-се һан.