+22 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
2 Апреля 2025, 03:25

Һеҙ сүптән йөй эҙләргә һәләтлеме?

Һүрәткә бер күҙ һирпеп алығыҙ әле! Күҙегеҙгә иң тәүҙә нимә салынды? Төлкө? Ҡош? Әллә кешеме?

Һеҙ сүптән йөй эҙләргә һәләтлеме?Һеҙ сүптән йөй эҙләргә һәләтлеме?
Һеҙ сүптән йөй эҙләргә һәләтлеме?

Тест һөҙөмтәләре:

ТӨЛКӨ
Күп осраҡта һеҙ үҙ эмоцияларығыҙҙы контролдә тотаһығыҙ, провокацияларға бирелмәйһегеҙ. Һеҙҙе айыҡ аҡыл менән эш итаән кеше, тип атарға мөмкин. Шулай ҙа һеҙ ҡайһы бер осраҡта юғалып ҡалаһығыҙ. Ул саҡта бар тирә яҡ ҡара төҫтә күренә башлар. Арығанлыҡ, хәлһеҙлек еңел генә проблемалар ҙа аяҡтан йығыуы ихтимал. Ә бына киләсәк һеҙҙе ҡурҡытыр, шомға һалыр.

Бер аҙ ял итеп алғандан һуң ҡабаттан тормошоғоҙ түңәрәкләнер.

Дөйөм алғанда, һеҙ тормошто нисек бар шулай ҡабул итә торған кеше.

 

ҠОШ
Һеҙ – драма генийы. Тормошоғоҙҙа осраған һәр ҡаршылыҡ аяҡтан йығыр. Ә бына бәләкәй генә уңыштарҙы һеҙ миллион отҡандай ҡабул итерһегеҙ.

Эмоциялар тотҡоно булып йәшәү ― үҙегеҙгә лә, янығыҙҙа йәшәгәндәргә лә ҙур ауырлыҡтар алып килер. Киләсәк һеҙгә шомло булып күренер.

Юҡ-барға борсолмағыҙ. Юғиһә һаулығығыҙҙы юғалтыуығыҙ ихтималлығы бар.

 

КЕШЕ ЙӨҘӨ
Паника һәм һеҙ – икеһе ике төрлө нәмә. Драмаға бирелергә һеҙҙең теләк тә, ваҡыт та юҡ ахыры.

Проблемаларға килгәндә, унһыҙ булмай. Әммә һеҙ илап, борсолоп ултыра торған кеше түгел. Һеҙ, киреһенсә, торағыҙ ҙа хәл итеү юлдарын эҙләйһегеҙ.

Һеҙҙеңсә, юғары хис-тойғолар кешене бөтөрә, юҡҡа сығара. Шуға ла борсолоп ултырыу ҙа урынһыҙ. Был юҫыҡта һеҙҙе ҡотларға ғына ҡала.

Автор:
Читайте нас