+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10

Башҡорт эстрадаһының матур ғаилә пары улар

Ғаилә ҡороу менән Усмановтарҙы тамашасылар бик һынап күҙәтте: был мөхәббәт ғүмерлекме әллә һөйөү уты тәү осорҙа ғына ҡыҙыу янамы? Ә Зилә менән Хәсән бөгөн дә тормошта ла, сәхнәлә лә бергә. Йорт һалынған, ағас­тар ултыртылған, балалар үҫә. Ә шулай ҙа ике сәхнә кешеһенә бергә йәшәү ауыр түгелме икән?

Башҡорт эстрадаһының матур ғаилә пары улар
Башҡорт эстрадаһының матур ғаилә пары улар

– Һәр ғаиләлә ығы-зығы, бер аҙ тауыш та булып тора бит инде. Концерт алдынан шундай хәл булһа, сәхнәгә йылмайып сығып, бер-береңә яғымлы ҡарашып йырлауы ауыр түгелме?
– Ҡатын-ҡыҙҙы юҡҡа ғына, үтә лә серле зат, тип атамағандар бит ул. Бер ҡараһаң, йылмайып тора, икенсегә инде күҙ йәштәрен түгә. Араһында бурандар ҙа сыҡҡылай. Яҙҙың март айында юҡҡа ғына уларҙың байрамы түгелдер ул, сөнки холоҡтарына шул тиклем ошо айҙың булмышы хас. Күп нәмә ир-егеттән тора. Кәрәк саҡта өндәшмәй ҡалырға, уңайлы урында һылап-һыйпап ебәрергә, телде лә тешләргә тура килә. Гүзәл зат ҡолағы менән ярата. Йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәһәң, барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Һәр хәлдә, Зилә асыу һаҡлап йөрөй торған кеше түгел, бындай осраҡтарҙа ғәфү итә лә, ғәфү үтенә лә белә.

– Артистар араһында матур-матур ҡатын-ҡыҙҙар бар, ә тамашасылар араһында улар өсләтә күберәк. Улар менән аралашып йәшәй­һегеҙ, ғашиҡ булып ҡуйыу ҡурҡынысы юҡмы? Айырыуса тышта яҙҙың йәмле, хистәргә тулы мәле башланырға тора...
– Ундай саҡтарҙа йөрәккә бойороп булмай­ҙыр ул. Аллаға шөкөр, миңә Зиләгә ҡарата булған кеүек ҙур хистәрҙе башҡаса кисерергә тура килмәне. Йырсылар, артистар беҙҙең өсөн дуҫ, сәхнә артында танышыу менән туғандарса аралашыу башлана, яҡын апайың йә һеңлең кеүек күрә башлайһың. Ә тамашасылар менән, киреһенсә, хистәр уянырлыҡ итеп яҡын аралашмайбыҙ.

– Талантлы ғаиләләр бик күп, әммә ҡайһы бер йырсылар ҡатындарының үҙҙәре менән бергә “йондоҙ” булыуын теләмәй. Һинең дә юлдан ҡайтыуыңа ҡайнар аш менән көтөүен, балаларыңдың һәр ваҡыт ҡараулы булыуын теләп, Зиләне өйҙә ултыртып ҡуйғың килмәйме?
– Беҙҙе сәнғәт табыштырҙы, ҡауыштырҙы. Мин бит Зилә менән Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡығанда таныштым. Йырсы буласағын белдем, дуҫлашып йөрөгәндә үк бергә йырларға тип хыялландыҡ. Шуға күрә ҡатынымды өйҙә ултыртып ҡуйырға йәки икенсе эшкә сығарырға уйламайым. Элек гастролдәр ваҡытында өс туған һеңлем ярҙам итә ине, хәҙер, Аллаға шөкөр, ҡайтыуыбыҙға Шәүрә ҡайнар аш менән ҡаршы алырлыҡ булды. Оҙаҡҡа китһәк, балалар янына балдыҙҙарым килә.

https://ye102.ru/articles/kl/2018-04-12/atyn-y-l-t-serle-zat-707428

 

Автор:
Читайте нас: