0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10

БӨРӨ ФАЙҘАҺЫ

Әле япраҡ ярып өлгөрмәгән ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар янынан үткәндә, беҙ уларҙың тап ошо мәлдә ни тиклем шифалы көскә эйә булыуын белмәйбеҙ.  Ә бит уларҙың бөрөһө  иҫ киткес шифалы. Уларҙы ағастар бөрөгә тулышҡан мәлдә, әле япраҡ ярып өлгөрмәҫ борон, йыйырға  кәрәк. Ваҡытты үткәреп ебәрергә ярамай.  Бөрөнөң файҙаһы бик ҙур. Уның сәләмәтлеккә ыңғай йоғонтоһо, яңы ярған япраҡҡа ҡарағанда, бер нисә тапҡыр ҙурыраҡ.   Бөрөлә хуш еҫле эфир майҙары бар, ә иң мөһиме –  витаминдар, сапониндар,  кислоталар, шәкәр, крахмал, сайырлы һәм дубиль матдәләр. Уларҙан төнәтмәләр генә түгел, хатта салаттар һәм эсемлектәр ҙә әҙерләргә мөмкин. Ҡайнатма ҡайнаталар, сәй урынына бешереп эсәләр һәм хатта маринадлайҙар.   Элек-электән бөрөләрҙе ангинаны дауалауҙа һәм профилактикалауҙа ҡулланғандар. Бының өсөн бер аҙ йомшартып сәйнәргә һәм йоторға кәрәк. Бөрөләрҙе ашағандан һуң ҡулланырға кәңәш итәләр. Көнөнә 10 – 15 бөрө ашау ҙа етә. 

БӨРӨ ФАЙҘАҺЫ
БӨРӨ ФАЙҘАҺЫ

Ылыҫлыларҙың бөрөһөн бөтә бронх-үпкә ауырыуҙарында файҙалы. Балалар өсөн бәләкәй ҡарағай тубырсыҡтарынан, бөрөләренән ҡайнатма әҙерләргә була. Уларҙың өҫтөнә шәкәрҙән әҙерләнгән сироп ҡойорға һәм ҡайнатып сығарырға. Балаларға оҡшаясаҡ. Бындай ҡайнатма йүткереүҙе лә дауалай.

Сирен бөрөләре бик яҡшы тәьҫир яһай. Шәкәр диабетына ҡаршы яҡшы сара. Уларҙа һығылмалыҡ һәм ныҡлыҡ биргән матдәләр, тағы ла биофлавоноидтар бар. Әгәр бер нисә сирен бөрөһөн өҙөп алып сәйнәһәң, аш һеңдереү ағзалары эшмәкәрлеге яҡшырасаҡ.
 
Ҡайын бөрөләре бик яҡшы фитотерапия сараһы булып тора. Улар ашҡаҙан, быуындар, яман шеш ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланылған бик күп үләндәр йыйылмаһына инә. Ҡайын  бөрөһө бәүел, үт ҡыуыу, тирләтеү, ҡан та­ҙартыу, ауыртыуҙы баҫыу, дезин­фекциялау, яраны бөтәштереү үҙенсәлегенә эйә.  Бынан тыш,  эсәк-тифоз рәтендәге микробтарҙы үлте­реүсе көслө бактерияларға ҡаршы тора ала.  

Бөрө төнәтмәһе флегмон, фурункулез, перитонит, мастит кеүек төрлө эренле инфекцияны дауалау мөмкин­леге бирә.  Спиртта әҙерлән­гән төнәтмәләр  организмдан трихомонод, гельминт, лямблий, инфузорий кеүек паразиттарҙы сығарырға ярҙам итә.    Паразиттарҙы үлтереп кенә ҡалмай, токсиндарҙан арынырға һәм ашҡаҙан-эсәк тракты эшмәкәрлеген көйләргә лә һәләтле. Унан әҙерләнгән препараттарҙы йөрәк шешенгәндә лә тәғәйенләйҙәр.  Бөрөнөң үт ҡыуыу үҙенсәлеге бауыр һәм үт юлдары ауырыуҙарын дауалағанда файҙалы. Шулай уҡ уны трахеит менән бронхитты дауалағанда ла ҡаҡырыҡты сығарыу һәм дезинфекциялау сараһы булараҡ ҡулланалар. 
Ҡайын бөрөһө төнәтмәһе отоларингологияла һәм стоматологияла   киң файҙаланыла. Стоматит, гингивит, пародонтоз, ангина, тонзиллит булғанда уның менән ауыҙҙы сай­ҡатырға йәиһә төнәтмәгә манылған марля салфеткалар менән япма  эшләргә мөмкин.
Халыҡ медицинаһында ҡайын бөрөһөн подагра, ревматизм, быуын ауырыуҙарын дауалағанда киң ҡулланалар. Улар шулай уҡ янған урындарҙы, экземаны, һытҡыларҙы дауалауҙа ла ярҙам итә. Төнәт­мәһенән әҙерләнгән компрестар  яраларҙы бөтәштерә. 

 
Сейә бөрөләре ҡалҡан биҙен дауалай. Әгәр баҡсағыҙҙа сейә үҫә икән, ваҡыт-ваҡыты менән инеп бер-ике бөрө алып ҡабырға онотмағыҙ.
 
Ғәҙәти булмаған рецептарҙың береһе.
Яҙын алма ботаҡтарын киҫәбеҙ һәм ташлайбыҙ. Баҡтиһәң, уларҙан файҙалы дауа эшләп була икән. Бының өсөн бәләкәй ботаҡтары менән бөрөләрҙе йыйып берәй һауытҡа һалырға, өҫтөнә май һалырға һәм ҡайнатып сығарғас, әҙерәк бешкәкләп алырға. Артабан һөҙәһең һәм бик шәп мазь килеп сыға. Уны баш ауыртҡанда – сикәгә, балаларға – әгәр насар һөйләшһәләр йәки ныҡ ҡурҡыу тойғоһо кисергәндә һөртөргә була.
Мазь өсөн 100 гр бөрөгә 200 гр һыйыр майы алырға.
 
Тирәктең бөрөләре бигерәк тә файҙалыларҙан һанала. Улар прополис кеүек һөҙөмтә бирә һәм бик күп ирҙәр ауырыуын дауалай (атап әйткәндә, простатитты). 100 гр бөрөнө бәләкәй ботаҡтары менән 14 көнгә араҡы ҡойоп ултыртырға, һуңынан көнөнә 10-15 тамсылап ҡына эсергә.

Был ағастың бөрөһөн йыйыу бигүк еңелдән түгел, сөнки ул ҡулға йәбешеп бара һәм еҫе көслө.  Әммә тап шуныһы менән  файҙалы ла.  Уны йылы урында киптерергә һәм сепрәк туҡымала һаҡларға кәрәк.   

Тирәк бөрөһө бактерияларға ҡаршы тороу көсөнә эйә. Ә ҡара тирәк  бөрөһөн температураны төшөрөү һәм тынысландырыу сараһы булараҡ ҡул­ланалар.   Унан әҙерләнгән төнәтмәне  туберкулез менән ауырығанда, ары­ғанда, ашҡаҙан ауыртҡанда, ҡан ағышын туҡтатыу өсөн һәм  ревматизмдан эсәләр.   Сәс ҡойолғанда баш­ҡа һөртөргә мөмкин.  Төнәтмә әҙер­ләү өсөн  бер ҡалаҡ тирәк бөрөһөнә 100 мл спирт ҡойоп, 8 – 10 көн йылы урында төнәтергә. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр 15 – 20 тамсы эсергә.  
Теш һыҙлағанда бөрөнө бинтҡа урап, ауыртҡан тешегеҙгә ҡуйығыҙ һәм тешләгеҙ.  Бер тәүлек шулай йөрөргә тура килер. Һыҙлауы баҫылыр, әммә  тешегеҙҙе тулыһынса һауыҡтырыу өсөн табипҡа барырға  кәрәк. 

 
Ҡан тамырҙары өсөн гөлйемеш, энәлек (еҙәй), ҡара миләш бөрөләре файҙалы. Әлбиттә, был беҙ ағасҡа барабыҙ һәм ҡуян кеүек бөтә бөрөләрен дә ашайбыҙ тигән һүҙ түгел. Ике-өстө ҡапһаҡ та етә. Был бөрө күҙ дефекттары булғандарға ла файҙалы.
 
Яҙын ҡарағат ботаҡтарын ҡырҡҡылайбыҙ бит инде, ә ул аллергияға ҡаршы яҡшы сара. Ул организмдың бөтә ағзаларын да тәртипкә килтерә.
Бөрөләрҙе сәйнәһәң дә ярай, сәй итеп эсһәң дә була. Улар һыуға файҙалы матдәләрен бирер өлгөрһөн өсөн, биш минут тотһаң да етә.
 
Уҫаҡ бөрөһө
Араҡыла төнәтелгән уҫаҡ бөрөһөн бауыр ауырыуҙарынан, үпкә туберкулезынан һәм гастриттан файҙала­налар.   Ангина һәм өҫкө тын юлдары  ауырыуҙарынан  тамаҡты сайҡатыу өсөн уҫаҡ бөрөһөнән төнәтмә әҙерләйҙәр.  Бының өсөн бер ҡалаҡ бөрөгә 200 г ҡайнар һыу ҡойоп, 15 – 20 минут йылыла төнәтергә һәм һөҙөп, ике тәүлек һалҡын урында һаҡларға.  Ингаляция эшләр алдынан эҫе һыу ҡойолған кәстрүлгә 2 – 3 ҡалаҡ  ошо төнәтмәне ҡойоп,  таҫта­мал менән ҡапланып, йылы боҫон һуларға.  
Нисек кенә сәйер тойолмаһын, әм­мә уҫаҡ бөрөһө авитаминозды да­уалауҙа һәм иҫкәртеүҙә иң яҡшы сара иҫәпләнә. Унда С витамины ылыҫ­тарҙыҡына  ҡарағанда ла күберәк. 
Апрелдә йыйып алынған 200 г бөрөнө тәүҙә ҡул менән бер аҙ ыуып алғандан һуң, үтә күренмәгән шешәгә һалып, өҫтөнә 300 мл араҡы ҡойорға һәм 10 көн төнәтергә.  Әҙер булғас, ашарҙан  алда көнөнә өс тапҡыр 15-әр тамсы эсергә. 
Уҫаҡ бөрөһөнән май ҙа әҙерләйҙәр.  Уны янған урындарға һөртөргә була.  әҙерләү өсөн   бер ҡалаҡ киптерелгән һәм  ваҡланған    бөрө онтағын ваҡ иләк аша үткәреп, 100 г көнбағыш майы ҡушып бутарға.  
 
Сирень бөрөһө

Шәкәр диабетынан ныҡ ярҙам итә.  Уны күләгәлә киптерәләр һәм туҡыманан тегелгән моҡсайҙа һаҡлайҙар. Бер ҡалаҡ бөрөгә бер литр ҡайнар һыу ҡойоп, бер аҙ төнәткәндән һуң,  көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсергә.

 
Саф һауала йөрөгәндә төрлө ағастарҙың бер-нисә бөрөһөн алып ашағыҙ. Улар организмға тик файҙа.
Автор:
Читайте нас: