Иң тәүҙә ауылыбыҙҙа бәләкәй генә магазин астым. Аҙыҡ-түлек, химия, ваҡ-төйәк менән һатыу иттем. Үҙем һатыусы ла булып торҙом. Тауарҙарҙы, арзаныраҡ булһын тип, күрше өлкәләргә йөрөп алдым. Әммә бер үҙемә юл хаҡы ҡиммәтерәк күренгәс, күрше ауылдарҙың магазиндары менән һөйләшеп, бер юлы уларға ла ташый башланым. Бер-ике айҙан һатыусылар минең турала ишетеп-белеп, үҙҙәре заказ яһай ине инде. Ҙурыраҡ йөк машинаһы алдым. Ул былай көндәрҙә тик тормаһын (тауарға аҙнаһына бер бара инем) өсөн водитель ялланым да район буйлап йөк ташый башланым. Килемле өлкә булып сыҡты. Икенсе машина алып, тағы бер кеше ялланым. Күрше райондарҙан заказдар яуа башлағас, өсөнсөһөн алырға тура килде. Шулай йөк машиналары тәүҙә өс, һуңынан ете, ун булып китте. Бөгөн утыҙ бер машина тотам.
Һатыуҙы ла ташламаным. Ауылда магазинды яптым да, район үҙәгендә “оптовый” склад астым, сөнки сит өлкәнән һәр ауылға йөк ташыуы ҡыйын. Складыма алып киләм дә, шунан һатыусылар үҙҙәре килеп ала.
Яңғыҙым ғына бәләкәй магазинымда һатыусы булып башлаһам да, күтәрелә алдым. Эйе, ауырлыҡтар булды, әммә тырыштым, мыжып ултырманым. Хәҙер йыл әйләнәһенә минең таҙа килем дүрт миллионға етә, бер нисә фатирым бар, сит илдәрҙә ял итәм.
Күрәһегеҙме, барыһы ла мөмкин! БА-РЫ-ҺЫ ЛА! Фантазияңды эшкә егеп, матур итеп алдай белеү генә кәрәк.
Заһиҙә МУСИНА.