КИЛЕНЕМӘ ҺҮҘ ӘЙТМӘГЕҘ!
Сабир ағай Шәрипов (ауыр тупрағы еңел булһын!) һөйләп көлдөргәйне был тарихты. Ниндәйҙер райондың ауыл клубында йыйылыш бара икән. Кемдер ниндәйҙер ғәйебе өсөн ошо ауылдың килене булған кешене тәнҡитләргә, ҡыҙған табаға баҫтырырға тотонғас, ауыл аҡһаҡалы аяғына баҫып: "Киленемә һүҙ әйтмәгеҙ, ул бит "Ағиҙел" журналы уҡый",— тип тәнҡитләүсенең ауыҙын япҡан.
Хөрмәтле дуҫтарым! Һеҙ ҙә беҙҙең тарафтан яҡлаулы һәм һаҡлаулы булырға теләһәгеҙ, "Ағиҙел" журналы уҡығыҙ! Бының өсөн иң тәүҙә уға яҙылығыҙ!
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
464-се күҙәтеү.
Иғтибар! Яратҡан гәзит, журналдарығыҙға яҙылырға бер аҙна ғына ваҡыт ҡалды! Һәм һеҙгә тағы бер мөмкинлек - “Яңы йыл” марафоны акцияһын бүләк итәбеҙ! Республика, ҡала йәки район баҫмаһына 10 процент ташлама менән яҙылығыҙ һәм робот-саң һурҙырғыс отоғоҙ!!
Акция 16-20 декабрҙә уҙасаҡ.
Квитанцияларҙы 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, БР “Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә мөмкин. «Яңы йыл марафоны» билдәһе ҡуйырға онотмағыҙ.
Еңеүсе 2025 йылдың ғинуарында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» тапшырыуында тура эфирҙа һайланасаҡ.
Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(347) 226-99-54 телефоны буйынса алырға була.