+14 °С
Дождь

Риф Ғәбитовты тантаналы рәүештә хаҡлы ялға оҙаттылар

Өфөлә Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветераны Риф Ғәбитовты тантаналы рәүештә хаҡлы ялға оҙаттылар. Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Фәтих улы филолог белемен алған, ләкин сәнғәт юлын һайлаған. Ул ансамблгә 1974 йылда килә. Ошонда 20 йыл буйына халыҡ бейеүҙәрен башҡара, ҡурайҙа уйнай. 2000-2004 йылдарҙа Риф Ғәбитов коллективтың художество етәксеһе булып эшләй.

Риф Ғәбитовты тантаналы рәүештә хаҡлы ялға оҙаттыларРиф Ғәбитовты тантаналы рәүештә хаҡлы ялға оҙаттылар
Риф Ғәбитовты тантаналы рәүештә хаҡлы ялға оҙаттылар

Риф Фәтих улы күп йылдар инде ансамбль балетмейстеры. Уның «Еҙ үксә», «Ҡоралай», «Саптар», «Көтөүсе йыры», «Тархандар», «Бөркөтостан» һәм башҡа бейеүҙәре ансамблдең репертуарын байыта, уға сағыулыҡ өҫтәй.

— Ансамблдең үҫешенә тос өлөш индергәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Бейеүҙәрегеҙ ансамблдең репертуарын биҙәй, тамашасы уларҙы ярата. Һеҙҙең ижад осоронда башҡорт хореографияһында «Ғәбитов» почеркы барлыҡҡа килде, — тип билдәләне ансамбль директоры Нәзир Байегетов.

— Ансамблгә  имтихан тапшырғанда Риф Фәтих улы комиссия рәйесе ине, ул мине ошо коллективҡа алды. Шуның өсөн һеҙгә бик рәхмәтлемен, — тине балет буйынса репетитор, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Әйүпов.

— Риф Фәтих улы менән беҙ 1974 йылдан, ижад юлыбыҙ башланғандан бирле бергә бейенек. Бергәләп ҙур юл үттек, күп илдәрҙә булдыҡ. Уның идеялары менән ансамблдә яңы бейеүҙәр барлыҡҡа килде, «Еҙ үксә» постановкаһы өҫтөндә лә бергә эшләнек. Кремль һарайында концерт программаһын «Тархандар» бейеүе менән асыу бик оҡшаны, — тине балет буйынса репетитор, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рим Әбделмәнов.

Риф Фәтих улы хаҡлы ялда ла яңы постановкалар һәм проекттар өсөн идеялар эҙләргә вәғәҙә бирҙе, тип хәбәр иттеләр ансамблдең матбуғат хеҙмәтенән.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-04-03/v-ufe-provodili-na-zasluzhennyy-otdyh-veterana-ansamblya-im-fayzi-gaskarova-4182515

Риф Ғәбитов бала сағы тураһында: Башланғыс белемде тыуған ауылымда алғас, Сермән урта мәктәбенә күстем. Ул ваҡытта сәнғәт түңәрәктәре юҡ ине. Моңға ҡағылышлы булмышым ғаиләнән, ата-әсәйҙән. Атайым –  мәҙәни-ағартыу эштәрен алып барған, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәк­тәрен ойоштороп йөрөгән, үҫтергән, музыка яратҡан кеше. Үҙ ҡулдары менән скрипка эшләп уйнай торғай­ны. Бейеүгә лә һәләте булды. Бәлки, күберәк тә булғандыр тип уйлайым. Л. Нагаеваның “Танцы восточных башкир” тигән китабы бар, экспе­дицияға барып, халыҡтан төрлө бейеү өлгөләрен яҙып алған. Атайымдың фотоһы ла бар, ул бейеү хәрәкәттәре яһап баҫып тора. Фәтих Ғәбитовтан бейеү, шулай уҡ ҡайһы бер башҡорт бейеү хәрәкәт­тәренең терминдарын да яҙып алған: “өҙәңге”, “юрға йөрөшө”... Һәр бер хәрәкәттең исеме булған. Бала саҡта бейеүсе булам тип хыялланмаһам да, шундай мөхиттә үҫеүем эҙһеҙ ҡалмаған, күрәһең.

Ғаиләлә һигеҙ бала. Икегә бүленеп үҫтек. Ике апайыбыҙ менән ике ағайыбыҙ өлкәнәйеп өйҙән сығып киткәс, бәләкәйҙәр – ике малай, ике ҡыҙ – бергәләп үҫтек. Ике ағым. Шуның өсөн ағайҙарҙы һағынып көтөп ала торғайныҡ. Ауылға яҡын ғына аэродром бар ине. Самолет төшөп килһә, “О, Фәрит ағай ҡайтып килә”, “Рафиҡ ағай ҡайтып килә”, – тип шул яҡҡа йүгерәбеҙ. Әйтергә кәрәк, өлкән ағайым ауылда юғары белем алған беренсе кеше. Ул алдына маҡсат ҡуйып, ауылда ғүмере булмағанса белемгә ынтылды. Икенсе ағайым – хәрби осоусы. Рафиҡ ағай бала саҡтан осоусы булырға хыялланған. Ни өсөн тигәндә, шундай лаҡап бар: элекке ваҡытта халыҡты һәйбәт эшләгән өсөн төрлөсә дәртләндерергә тырышҡандар. Аҡса булмаған, уның урынына әйберләтә түләгәндәр. Беҙҙең ауылға аэродром яҡын, тинем. Дәртләндереү маҡсатында, урыу эштәре бөткәс, иң алдынғы эшселәрҙе йыйып алып, ана шул аэропланға ултыртып, ауыл өҫтөнән бер-ике уратып алып килгәндәр. Минең әсәйем тырыш колхозсы булған. Уны ла аэропланға ултыртып йөрөткәндәр. Шул саҡ, әсәйемдең ҡарынында ятҡан ағайыма самолет “ене” ҡағылған, тип әйтәләр ине. Йәше еткәс, уны әрмегә алғандар. Тымыҡ океанда матрос булып хеҙмәт иткән ваҡытта “минең летчик булғым килә” тип рапорт биргән. Армавирҙа юғары хәрби училищела уҡып осоусы һөнәрен алып ҡайтҡан. Уны хәтерләйем, хәрби кейемдә бик матур итеп ҡайтып төшә торғайны. Шунан һуң офицер булып китте. Мурманск өлкәһендә хеҙмәт итте. Хәрбиҙәргә йыл һайын хром итек бирәләр, ағайым уны атайыма алып ҡайтып бирә. Хром итектәре теҙелеп китә торғайны. Бейергә кәрәк булһа, шул итектәрҙе кейеп алып, тыпырлатып бейей. Атайҙың бейеү хәрәкәттәре һаман да күҙ алдымда. Уларҙы әҙерәк кенә үҙгәртеп, үҫтереп, бейеүҙәрҙә лә ҡулландым.

Риф Ғәбитовты тантаналы рәүештә хаҡлы ялға оҙаттылар
Риф Ғәбитовты тантаналы рәүештә хаҡлы ялға оҙаттылар
Риф Ғәбитовты тантаналы рәүештә хаҡлы ялға оҙаттылар
Автор:
Читайте нас