+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сатира һәм юмор
5 Ноябрь , 17:06

Беренсе мөхәббәт

Юмореска

Беренсе мөхәббәт
Беренсе мөхәббәт

Беҙҙең урамда Борхан исемле үҫмер йәшәй. Торғаны бер һуғыш суҡмары. Бөтә бала-сағаны дер һелкетеп тота. Беҙҙән өс-дүрт йәшкә ҙур булыуы өҫтөнә, кәүҙәһе лә алыптай. Йоҙроҡтары суҡмар ҡәҙәр. Бына бөгөн дә ҡыштың сатлама һыуығында урамға күҙ һа­лайым тип ҡапҡанан башымды сығарыуым булды, махсус көтөп торған тиерһең, көҙгө әтәстәй өҫтөмә һикереп тә ҡунды:

– Ун өс йәш бит инде һиңә, малай аҡтығы, ниңә ағайыңды күреү менән бүрек һалып иҫәнләшмәйһең?! – ти. Мин ней, шундуҡ сепрәк бү­регемде һалып, тегегә, тары сүпләгән тауыҡтай, ҡат-ҡат баш эйҙем. Эйһәм дә файҙаһыҙ. Маң­лайыма бер-ике сиртеп күгәрткәс, был, елкәһен ҡашып, тағы ла миңә ниндәйерәк яза бирергә тип уйлап торғанда, саттағы йорттан сығып килеүсе һабаҡташым Нәҡыяны күреп ҡалды:
– Тә-әк, – тине ул, теш араһынан сертләтеп төкөрөп. – Ҡыҙҙар менән йөрөп ҡарағаның бармы?
– Юҡ.
– Булмаһа, хәҙер булыр. А-ана, анауы ҡыҙыҡайҙы күрәһеңме?
– Күрәм.
– Күрһәң, ошо ҡыҙый булыр беренсе мөхәббәтең! Хәҙер үк үҙен күҙ алдымда үҙеңә ғашиҡ итеп ал да, теүәл бер сәғәт тә бер минут ҡултыҡлап минең тирәлә гулять ит! Ҡара уны, күҙәтеп торасаҡмын!
– Ә артыҡ бер минуты ни өсөн?
– Бер минутымы? – Ул бүреген өҫкә шыуҙырып, тағы ла елкәһен ҡашып алды.
– Бер минуты... һеҙгә үбешер өсөн. Теүәл бер минут! Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел.
– Әгәр үҙен ғашиҡ иттерә ал­маһам?
Һүҙемде әйтеп тә бөтмәнем, һыңар ҡулы менән фуфайка яғам­дан мине кипкән арыш көлтәһеләй еңел генә күтәреп алды ла, икенсеһен йоҙроҡҡа төйнәп, танауыма ҡуйып еҫкәтте:
– Еҫе киләме?
– Килә, – тип ҡалтырап төштөм.
– Башың иҫән саҡта, бар, ҡушҡанды үтә!
Сараһыҙҙан бисара, ни эшләргә лә белмәй Нәҡыя артынан йүгер­ҙем. Ҡыуып еткәс, кире боролорға теләп артҡа ҡараным. Теге мәлғүн Борхан, ҡаҡҡан ҡаҙыҡ кеүек баҫып, сиртмәле ҡоҙоҡ эргәһендә махраһын көйрәтеп мине күҙәтеп тора.
– Нәҡыя! Туҡта! – тинем, йөрәгем леп-леп килеп. Ҡыҙ боролоп, нурлы ҡараш һирпеп, ҡояштай йылмайҙы:
– Привет! Ҡайҙа былай күҙеңә аҡ-ҡара күренмәй сабаһың? Китапханағамы әллә?
– Юҡ. Һинең эргәңә...
Нәҡыя еҙ ҡыңғырау тауышын күңелле сылтыратып көлөп ебәрҙе:
– Өйгә бирелгән эштәрҙе үҙең эшлә! Күсертмәйем! Класс етәк­себеҙҙең киҫәтеүен оноттоң дамы ни?!.
– Күсереү ерунда ул. Йөҙ “икеле” ҡуйһалар ҙа ризамын. Эш бында минең яҙмыш тураһында бара. Ә ул ошо миҙгелдә мотлаҡ һинең ҡулда. Теләһәң – йәшәт, теләһәң – үлтер...
– Вәлит, шөрөбөң бушамағандыр бит? – Нәҡыя йөҙөмә һынаулы ҡа­раш ташланы.
– Бушаманы, тып-тығыҙ, – тимен. – Әгәр ҙә хәҙер ошонда һине үҙемә ғашиҡ итеп, урам буйлап теүәл бер сәғәт буйы ҡултыҡлап йөрөмәһәм, анауы һуғыш суҡмары Борхан әпәй шүрлегемде емерәсәк. Йә, ни эшләргә миңә?
Бесәйгә – көлкө, сысҡанға – үлем. Ҡыҙ йәнә күңелле хихылдап ауыҙ йырҙы.
– Бер юлға йәшә инде, бахыр­ҡайым, – тип, үҙе үк мине ҡултыҡлап алды. Урамды бер тегеләй, бер былай, ҡар шығырҙатып йөҙ тапҡыр урағанбыҙҙыр. Ҡаты һыуыҡ елек­тәремә үтеп, ботинкамдың төбө аяғыма боҙ булып ҡатты. Нәҡыяның итектәре йылы ҡуныслы булһа ла, итек менән итәк ара­һындағы йоҡа капрон ойоҡ аша һыуыҡ бабай балтырҙарын семеткеләйҙер. Ә Борхандың иҫе лә китмәй, өҫтөндә байҙар кейә торған ҡалын кожан тун, аяғында мехлы Себер унты.
– Ниһайәт, тырыша торғас, бергәләп бер сәғәт ваҡыттың башын ашаныҡ, – тине ҡыҙ, өшө­гәнлеген һиҙҙертмәҫкә тырышып. – Һине үлемдән ҡотҡарҙым. Чао! – ул өйөнә табан боролдо.
– Нәҡыя, зинһар, әҙ генә сабыр ит. Теге һуғыш суҡмарының талабы сүт-сүт кенә үтәлеп бөтмәне, – тинем, танауымдан аҡҡан һыуҙы ең осона һөртә-һөртә.
– Нимә тағы ла? – Нәҡыяның ҡә­нәғәтһеҙлеге йөҙөнә ҡалҡып сыҡты.
– Мин һине үбергә тейеш... теүәл бер минут... Юҡһа, үлтерә...
– Быныһы инде бер тәртәгә лә һыймай. Юҡ һәм юҡ! – Ҡыҙ тишерҙәй итеп уҫал ҡараны.
Сәғәт буйы ҡош тәгәрәп үлмәле һалҡын һынауға түҙеп, бер минут ҡалғас, бөтәһен елгә осорорғамы?!. Тәүәккәлләнем дә, рөхсәтһеҙ-ниһеҙ Нәҡыяның ҡыҙыл помада һөрткән ирендәренә үҙемдең һалҡындан боҙҙай күгәреп ҡатҡан ирен­дәремде һуҙҙым. Һуҙыуым булды, ҡапыл ҡыш уртаһында ялтлап йәшен аттымы ни! Нәҡыя яңағыма шундай итеп “яманы” ки, ауған бағаналай ҡарға барып төшкәнмен. Ҡыҙ бер һүҙ әйтмәй, өйөнә кереп юғалды, мин ни, янған яңағымды ышҡый-ышҡый, үҙебеҙгә юлландым. Ә ситтәрәк, сиртмәле ҡоҙоҡ эргәһендә, Борхан, алҡыш­ла­ғандай, ҡалын бейәләйҙәрен бер-береһенә шапылдатып һуҡҡылап, ауыҙын ҡолағына тиклем йәйеп, артымдан көлөп ҡарап ҡалды.
Әле булһа Нәҡыяның ҡыланышын аңлай алмайым. Яңағыма “ямар” булғас, ни өсөн һуң ул сәғәт буйы минең менән бергә сатлама һыуыҡта урам буйлап өшөп-туңып йөрөнө икән?..

Камил ФАЗЛЫЙ.

Автор:
Читайте нас: