– Күрше ҡатынды яңы тунда күрҙем, – тине ярты йылдан ҡатын, күҙен майландырып.
Уға тун алғансы, шул күҙҙәр менән мине бырауланы.
Оҙаҡламай ҡатын күршеләрҙең “МАЗ”мы, “Мазда”мы алыуын хәбәр итте. Кредитҡа батһаҡ баттыҡ – икеһен дә алдыҡ.
Бер аҙнанан ҡатын Хлястиковтарҙың юл фажиғәһенә тарыуын хәбәр итте.
Икенсе көндө мин дә бағанаға килеп бәрелдем. Палатала аңыма килгәндә, бинтҡа уралып ята инем. Эргәмдә ҡатын ултыра, күрше карауатта Хлястиков.
– Ә уға бит сит ил гипсы һалғандар, – тине ҡатын ҡолағыма, күршенән көнләшеп.
Мин аңымды юғалттым.
Леонид СОКОЛОВ.