Төркөмдән-төркөмгә таралған, хатта шәхси битләүҙәргә күсереп алынған видео аҫтында комментарий яҙыусыларҙың иҫәбе-һаны булмауы халыҡтың халыҡсан моңға битараф түгеллеген күрһәтте. Йыр-моң һөйөүселәр моң эйәһен икенсе Рамаҙан Йәнбәков тип нарыҡланы, күптәр: «Халыҡ йырсыһы исемен бына кемгә бирергә кәрәк!» – тигән ҡыйыу фекерен ярып һалды. Бығаса ишетелмәгән билдәһеҙ йырсының кем, ҡайҙан булыуын, нимә менән шөғөлләнеүен асыҡларға теләүселәр хәҙер ҙә хәтһеҙ күп. Мине иң ғәжәп иткәне, шулай ҙа, интернетты шаулатҡан уҙамандың үҙебеҙҙең райондан – Әбйәлилдән, Ҡаҙмаш ауылынан Мөхәмәт Ғәлимов атлы быға тиклем ишетмәгән-белмәгән кеше икәнлеген асыҡлау булды.
Әгәр күрше йортта картуф алғандан һуң, аш артында Мөхәмәт ағайҙың бәләкәйҙән ағай тип яҡын күреп үҫкән, әле лә ярҙамдарын тойоп йәшәгән йыраҡтағы яҡындарына сәләм йыр башҡарыуын хужабикә Рәшиҙә Фәттәхова видеоға төшөрмәһә һәм шул яҙма осраҡлы рәүештә социаль селтәр таҫмаһына килеп сыҡмаған булһа, һаман да арабыҙҙа ғәжәйеп үҙенсәлекле тауышҡа, тәрән моңға эйә ысын мәғәнәһендә хазинаға тиң замандашыбыҙ йәшәгәнен белмәҫ инек. «Замана ауының» ҡөҙрәте шунда ла инде: Мөхәмәт Ғәлимов бер йыры менән тиҙ арала Башҡортостанда ғына түгел, Татарстанда ла билдәле кешегә әйләнде лә ҡуйҙы. Уны ҙур сәхнәләргә сығарыу, конкурстарҙа ҡатнаштырыу буйынса төрлө тәҡдимдәр, бәхәстәр, хатта талантҡа ҡарата битарафлыҡ – олоғайғансы бер ҡайҙа ла ишетелмәүе өсөн шелтә-үкенестәр ҙә әҙ белдерелмәне.
Интернетта танылыу яулаһа ла, Мөхәмәт Ғәлимов өсөн тормош һаман бер көйө, үҙгәрешһеҙ дауам итә. Ул интернетта юҡ, сәхнәгә сығыу тураһындағы хыялы ла күптән һүнгән. Тыуған ауылы Ҡаҙмашта уның йырға маһирлығы, оҫта гармунсы, баянсы булыуы бер кемгә лә сер түгел. Ваҡытында гармуны менән туйҙан-туйға, ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа саҡырылған ағай әле лә, ара-тирә, клубта үткән концерттарҙа сығыш яһай. Ләкин дәрт-дарманы ғына йәшлектәгесә түгел. Йырсы ағай яңғыҙлыҡта һәм, яҙыуы нисек кенә ҡыйын булмаһын, ауырлыҡ менән көн итә. Хеҙмәт стажы тулмау сәбәпле, пенсия юллай алмағас, алтмышты уҙған ир ошоға хәтлем тамаҡ хаҡына ялланма хеҙмәттә — кемгә утын ярып, кемеһенә бесән сабышып йә картуф сәсеп-алышып йәшәргә мәжбүр булған. Түләргә аҡсаһы булмағас, бер нисә йыл электрһыҙ ҙа йәшәп алған. Ике йыл элек, йыйылған бурыстарын кисереп, район етәкселеге ярҙамы менән утты ялғап биргәндәр. Быйыл, ниһайәт, 65 йәшен тултырғас, пенсия сыға башлаған. Бындай ауыр тормош хәлендә ҡалғанда йыр ҡайғыһымы тиерһегеҙ. Әммә ул шул берҙән-бер йыуанысы, йәшәүенең йәме, яҡты биҙәге булған йырҙары көсө менән йәшәп килә лә инде.
– Яңғыҙлыҡтан, хәсрәт-һағыштан һәм сараһыҙлыҡтан башты ташҡа бәрерҙәй ваҡыттарҙа йырлап күңелемде бушатам. Үҙем хаҡындағылай күреп йырлап йыуанған йырҙарымдың береһе – «Иҙел бит ул...»:
«Иҙел буйҙарына барһам,
Һөйләр инем Иҙелгә:
Минең һағыштарымды ла
Алып кит, тип, диңгеҙгә», – ти үҙе был хаҡта.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА "Тамаша" журналы өсөн махсус яҙып ебәргән мәҡәләне тулы килеш журналдың яңы август һанында уҡый алаһығыҙ.