+3 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Тарих һәм шәхес
9 Апреля , 07:09

“Ҡатай һылыуы”

Белорет районы администрацияһы менән берлектә Бөтә донъя башҡорттары иғлан иткән “Ҡатай һылыуы” монументын әҙерләү буйынса конкурс йомғаҡтары билдәле булды.

“Ҡатай һылыуы”“Ҡатай һылыуы”
“Ҡатай һылыуы”

Конкурс жюриһы ҡарарына ярашлы, еңеүсе итеп рәссам-монументалист, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы Виктор Шәрәфетдиновтың проекты һайлап алынды.

Һәйкәлде тормошҡа ашырыу эштәре билдәле скульптор Хәниф Хәбибрахмановҡа йөкмәтелде.

План буйынса, монументты асыу тантанаһы 2026 йылдың йәйендә “Ҡатай йыйыны” байрамы сиктәрендә үтәсәк. Һәйкәл Белорет ҡалаһының П. Точисский урамында урынлаштырыласаҡ.

Рәсми сығанаҡтар билдәләүенсә, был проект төбәктең мәҙәни йөҙөн байытыуға һәм туристарҙы йәлеп итеү өсөн йүнәлтелгән. Проектҡа ярашлы, композиция башҡорт халҡының гүзәллеген, рухи көсөн һәм тарихи тамырҙарын сағылдырасаҡ. Һул ҡулын күтәргән ҡатын-ҡыҙ образы Ҡатай ырыуының бай тарихлы үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәгенә сәләмләү ишараһы.

Коллекционерҙар өсөн 10-ар дана скульптураның 8 см һәм 13 см-лыҡ бәләкәй күсермәһе лә эшләнә. Алдан заказ биреүселәр 50% ташлама менән аласаҡ.

Сығанаҡ: Ыласын

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

Автор:
Читайте нас