«Актер йыры» конкурсын «Ҡышҡы романс» тип атарға һәм Фидан Ғафаровтың ижадына бағышларға булдыҡ, — тип белдерҙе Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров. — Конкурс 2026 йылдың ноябрендә уҙғарыла».
«Ҡышҡы романс» — күренекле актер башҡарыуындағы иң популяр йырҙарҙың береһе. Ул Назар Нәжми һүҙҙәренә, Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған.
Бынан алдараҡ Башинформ Өфөлә 2025 йылдың апрелендә арабыҙҙан киткән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә тәүге аҙым яһалыуы тураһында хәбәр иткәйне.