-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тарих һәм шәхес
22 Ноябрь 2025, 10:43

Ижадында – халыҡ образдары

21 ноябрҙә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында РСФСР һәм БАССР-ҙың халыҡ, атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге БАССР Дәүләт премияһы лауреаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының художество бүлегенә нигеҙ һалыусы күренекле рәссам һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Нурмөхәмәтовтың күргәҙмәһе асылды.Күргәҙмә рәссамдың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.

Ижадында – халыҡ образдары
Ижадында – халыҡ образдары
Рәшит Нурмөхәмәтов ижад иткән осор күптән инде үткәндәрҙә ҡалды. Ләкин уның ижады республика һынлы сәнғәт тарихында һис ҡасан юйылмаҫ эҙ һалды. Портрет жанры ҡаҙаныштары олуғ рәссамдың исеменә бәйле, ә ул асҡан яңы тема һәм образдар XX быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт мәҙәниәтенең ҡабатланмаҫ рухи ҡиммәттәрен тәшкил итә.
Рәшит Мөхәмәтбарый улы үҙенең кескәй Ватаны Башҡортостанды сикһеҙ ярата, уның тарихын, йолаларын яҡшы белә, кешеләрен яҡын күрә. Шуға ла яҡташта­рының сағыу художестволы образдарын тыуҙыра. Халыҡҡа хас сифаттарҙы рәссам мөмкин тиклем тулы, дөрөҫ итеп бирергә ынтыла: уның геройҙары асыҡ, көслө ихтыярлы, хис-тойғоға бай.
Ул тәүге милли рәссам Ҡасим Дәүләт­килдеев йолаларын дауам итә: был оҫтаның ижадында әле ХХ быуаттың 20-се йылдарында уҡ башҡорт көнкүреше, халыҡ образдары урын ала, ижадында шулай уҡ йәшәйештең мәңгелек проблемаларын күтәргән, донъяны һәм кешенең матурлығын данлаған рус, совет реалистик сәнғәте традицияларын да үҙ итә.
Рәшит Нурмөхәмәтов 1925 йылдың 4 сен­тябрендә Өфөлә ябай эшсе ғаиләһендә донъяға килә. Һүрәт төшөрөүгә ҡыҙыҡһы­ныуы бик иртә асыла: биш йәшендә үк ҡә­ләм-ҡағыҙ тотоп, сәғәттәр буйы ултырыр була.
Ә ысын сәнғәт донъяһы менән бәләкәй рәссам Өфөнөң М.В. Нестеров исемендәге художество музейында таныша. Бында уны Пионерҙар йортонда эшләп килгән балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы В.С. Сарапулов 1937 йылдарҙа алып килер була. Музей коллекцияларын ҡарап сыҡҡан йәш талант ныҡлы ҡарарға килә: ул мотлаҡ рәссам буласаҡ.
1940 йылда 15 йәшлек Рәшит Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлегенә уҡырға инә, тик бер йылдан Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм киләсәккә ҡорған ниәт-өмөттәрҙе юҡҡа сығара... Шулай ҙа, һуғыш тамамланғас, Рәшит Нурмөхәмәтов уҡыуын дауам итергә форсат таба. Уның һөнәри белемен арттырыуға, камиллашыуға уҡытыусылары А.Э. Тюлькин, П.М. Лебедев, И.И. Урядов ҙур өлөш индерә. Был ғәжәйеп оҫталар уҡыусыларында һөнәри сифаттар тәрбиәләп кенә ҡалмай, ә уларҙың рухи мәҙәнилеген дә үҫтерә.
Оҫталыҡтың юғары кимәленә өлгәшеү юлындағы киләһе аҙым – В.И. Суриков исе­мендәге Мәскәү художество институтын­да уҡыу осоро. Йәш рәссам бында тәж­ри­бәле етәкселәр В.В. Ефанов, В.Г. Цыплаков, Д.Д. Жилинский ҡулына эләгә, илдең баш ҡалаһы музейҙарындағы рус һәм сит ил сән­ғәтенең классик өлгөләрендә белем ала.
Уҡыу барышында Рәшит Мөхәмәтбарый улы йыш ҡына тыуған яҡтарында була, баш­ҡорт мәҙәниәте һәм фәне вәкилдәре – яҙыусылар, музыка әһелдәре, ғалимдар менән ижади бәйләнештәр булдыра, улар­ҙың портреттарын яҙа. Рәшит Нурмөхәмә­товтың геройҙары араһында – республика ғорурлығы булған шәхестәр Сәғит Агиш, Заһир Исмәғилев, Мансур Яҡупов, Таһир Күсимов, Мостай Кәрим, Зәйтүнә Насретдинова, Рифат Мәүлетов.
Ҡылҡәләм оҫтаһы ябай хеҙмәт кеше­ләрен төшөрөргә лә ярата. Уның нефтсе­ләргә, ауыл эшсәндәренә, табиптарға, уҡытыусыларға арналған күп картиналары билдәле. Мәҫәлән, “Нефть крайында”, “Быраулаусы Ғәфүр”, “Һауынсы Рыҫҡолова”, “Чабан Дәүләтов”, “Кәрим бабай” тигән картиналарында рәссамдың үҙ замандаштарына – хеҙмәт кешеләренә булған хөрмәте сағыла.
Рәшит Нурмөхәмәтов ауыл кешеләре тормошо деталдәрен, яҡташтарының холоҡ матурлығын, рухи байлығын, абруйын, ябайлығын, тотанаҡлылығын, изгелеклелеген, хеҙмәт һөйөүсәнлеген ышандырыр­лыҡ итеп һүрәтләгән байтаҡ картиналар ижад итә.
Оҫтаның Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына арналған ҙур циклдары киң билдә­лелек ала. Алыҫ Төньяҡҡа, Алтайға барып та күп картиналар, улар иҫәбендә портрет һәм пейзаждар ижад итеп ҡайта рәссам.
М.В. Нестеров исемендәге художество музейы фондтарында Рәшит Нурмөхәмә­товтың 93 эше һаҡлана, башлыса портреттар һәм көнкүреш күренештәре һын­ландырылған һүрәттәр. Әйтәйек, “Батыр тураһында легенда”. Картинаның тәүге исеме – “Тыуған ауылда”. Был эшендә рәссам ғүмерҙең мәңгелеге, миҙгел һәм быуындар алмашыныуы, халыҡ йолала­рының тото­роҡлолоғо вә матурлығы хаҡындағы уйҙарға бирелә.
Картинаны яҙыу ниәте рәссам республика буйлап йөрөгәндә, анығыраҡ әйткәндә, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылына барғанда тыуа. Рәшит Мөхәмәтбарый улы тауҙар араһында ултырған ауылдарға йөрөй, уларҙың гүзәллегенә һоҡлана, кешеләрҙең тормош-көнкүрешен өйрәнә, һөйкөмлө йөҙҙәренә баға, моңло тауыштарын тыңлай. Тәбиғәткә сығып, күп этюдтар эшләй.
Картинала рәссам башҡорт ауылындағы ихатаны һүрәтләгән. Бында ауылдаштар йыйылған. Осрашыу сәбәбе – һуғыштан ҡайтҡан летчик. Өҫтәл янында һөйләшеп ултырғанда элекке халыҡ йырҙары яңғырай. Кешеләр төркөмөн рәссам алғы планда урынлаштырып, эргә-тирәлә тамашасы­ларға ла урын ҡалдыра, шуның менән өҫтәл янына саҡыра кеүек.
Әҫәрҙең үҙәгендә – хикәйәттәрҙе, йыр­ҙарҙы мөкиббән тыңлап ултырған летчик. Боронғо йорт кәрәк-ярағы, тәҙрәләргә еллә­тергә эленгән әйберҙәр, милли биҙәктәр һалынған таҫтамалдар йыраусы-сәсән һәм самауыр янында ултырған ҡатын өсөн фон ролен үтәй. Был ике һын тәрән мәғәнә һалып берләштерелгән. Милли кейем кейгән, биҙәүестәр таҡҡан оло ҡатындар көндәлек тормошҡа байрам кәйефе бирә төҫлө. Улар янына рәссам балаларҙы тө­шөргән. Бөтә был кешеләр – тыуған өй йылы­һын, милли йолаларҙы һаҡлаусылар. Һәм ошо байлыҡты улар йәш быуынға тапшыра килә.
Йәш ҡатын менән летчик тауҙар фонында һүрәтләнгән, был уларға хатта тауҙар ҙа буйһона, тигән мәғәнәлә бирелә, сөнки улар – халыҡтың бөгөнгө көсө, уның таянысы һәм өмөтө.
Бөгөн Рәшит Нурмөхәмәтов картиналарына беҙ ниндәйҙер һағыш менән бағабыҙ. Улар беҙгә элек тә, хәҙер ҙә иң мөһиме – үҙ Ватанын, тормошто, хеҙмәтте яратҡан кешенең рухи матурлығы икәнде аңлата.
Емешле ижади тормошонда Рәшит Нурмөхәмәтов йөҙәрләгән матур картина тыуҙырған. Улар бөгөнгө тамашасының да күңелен йылыта, шатлыҡ өҫтәй, өмөт уята. Башҡортостан менән Рәсәйҙең һынлы сәнғәт ижады үҫешендә был оҫтаның эшмәкәрлеге лә мөһим баҫҡыс булып тора. Ул милли ҙә, халыҡсан да, интернациональ дә. Олуғ рәссам үҙе йәшәгән замандың һу­лышын тәрән, тулы итеп күрһәтә алған, заман­даштарының сағыу образдарын мәңгеләштергән, тыуған тәбиғәтенең гүзәллегенә дан йырлаған.
Башҡортостандың халыҡ рәссамы 1986 йылдың 23 авгусында, 61 йәше лә тулып өл­гөрмәй, вафат була. Өфөнөң Көньяҡ зыя­ратында ерләнә. Бөйөк ижадсының иҫ­тә­леген мәңгеләштереү маҡсатында баш ҡаланың Революция урамындағы ул йәшә­гән 32-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Рәссамдың эштәре бөгөн Өфөләге М. Нес­теров исемендәге Башҡорт дәүләт худо­жество музейында, Мәскәүҙәге Треть­яков­ка галереяһында, Санкт-Петербургтағы Рус дәүләт музейында, Рәсәйҙең башҡа музей­ҙарында һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
 
КҮРГӘҘМӘ 1 АЙ ЭШЛӘЙӘСӘК.
Ижадында – халыҡ образдары
Ижадында – халыҡ образдары
Ижадында – халыҡ образдары
Ижадында – халыҡ образдары
Автор:
Читайте нас