Конкурс ике йылдан ашыу барҙы һәм унда 36 автор үҙ эшен тәҡдим итте. Әҙәби нормаларға һәм конкурс талаптарына яуап биргән 20 хикәйә гәзит биттәрендә донъя күрҙе. Нимәһе ҡыҙыҡ: эштәр псевдоним менән бирелде һәм жюри ағзалары эштәрҙе баһалағанда авторҙарҙың кем икәнен белмәне.
Кисә, Яҙыусылар союзының яңыртылған бинаһында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте. Конкурсанттар жюри ағзалары - Әхмәр Үтәбәй, Марат Әминев һәм Айгөл Йәмилеваларҙың баһаларын, кәңәштәрен тыңлап үтте, әҫәрҙәренең яҙылыу тарихын һөйләне. Артабан авторҙарға дипломдар һәм сертификаттар тапшырылды.
1-се урынды детектив жанрындағы "Ҡоҙғон" хикәйәһе менән Рәзинә Зәйнетдинова-Урманшина (псевдонимы - Мыштымбай) яуланы.
2-се урынға "Һуҡыр бейеүсе" хикәйәһе өсөн Борис Мәхмүтов (Йософ) һәм "Уҡытыусым" хикәйәһе менән Әминә Яхина (Айбикә) лайыҡ булды.
3-сө урынды өс автор бүлеште - Зифа Ишмырҙина ("Туҙбаш йылан" хикәйәһе), Фәрзәнә Аҡбулатова ("Иң ҙур хазинам") һәм Рүзидә Үтәшева ("Һөйөү хаҡы").
Тағы ла Фәиз Харрасов - "Тырнаҡ аҫтындағы кер", Нәсимә Ғайсина - "Фани донъя өс көнлөк кенә", Фәрҙиә Юнысова - "Урманда үткән төн", Әлниса Алдырханова - "Бүгәй" хикәйәләре менән дәртләндереү призына лайыҡ булды. Ә Гөлмирә Бикбулатованың "Ҡан тартыуы" хикәйәһе Яҙыусылар союзының махсус бүләген алды.
Конкурста ҡатнашҡан хикәйәләр оҙаҡламай "Йәшлек" гәзитенең сайтында донъя күрәсәк.