Башҡорт театры тарихында айырым урын биләгән ете көн бар. «Халыҡ дошмандары» менән көрәшкән йылға ҡарай улар. Колхоздар, заводтар, конторалар һәм ойошмаларҙан һуң, фашлауҙар тулҡыны академия театрына килеп етә. Йыйылыш ойошторола, һәм ул ете көн дауам итә. Сәхнә ҡороусынан алып театр директорына тиклем һәр береһен тикшерәләр (директорҙы шунда уҡ фашлап та ҡуялар). Ҡайһы берҙәрен залда уҡ ҡулға алып, йыйылышҡа конвой аҫтында алып килә башлайҙар. Был үҙе бер сәйер хәл тыуҙыра: билдәле актерҙарҙы төрмәнән театрға алып килгәндә, халыҡ, яратҡан артисын бер күреп ҡалыр өсөн, тере коридор булып баҫа. Каннылағы кеүек балаҫ буйлап үтеү һымағыраҡ. Дошмандарҙы фашлау бик ҡыҙыу һәм әүҙем бара. Аңлайһығыҙҙыр, ул замандың иң күренекле кешеләре, башҡорт театрына нигеҙ һалыусылар, актерҙар, режиссерҙар, драматургтар, композиторҙар фашлана. Көнсөлдәрҙең һәм бешмәгәндәрҙең, һәләтһеҙҙәр һәм осраҡлыларҙың тантанаһы була ул.
Бына йыйылыштың һуңғы көнө етә. Тынлыҡ. Барыһы ла хәлдән тайған. Йыйылышты алып барыусылар, партия һәм орган вәкилдәре, һөмһөрө ҡойолоп, залға ҡарап ултыра. «Йә, башҡа дошмандар юҡмы? Тағы бер тапҡыр уйлап ҡарағыҙ әле!» Шул саҡ берәү ҡыйыуһыҙ ғына: “Булат Имашев!” – ти. Халыҡ һөйөүен яулаған, театр өсөн залда ултырғандарҙың барыһынан да күберәк эшләгән кешенең исеме аталғас, халыҡ тын алыуҙан туҡтай. Ете көн эсендә берәү ҙә уның исемен әйтергә ҡыймай. Хәҙер килеп уны ла фашланылар. Тынлыҡ шул тиклем шомло һәм оҙайлы була, хатта Булат иҫен юя яҙа. Шул саҡ берәү залды яңғыратып:
– Егеттәр, һеҙ нимә, Булат ниндәй халыҡ дошманы булһын ти инде? Ул – яҡшылап тартылмаған итәктәрҙең генә дошманы! – ти.
Гөр килеп көлөшә башлайҙар! Оҙаҡ итеп, ысын күңелдән көләләр, хатта ҡайһы берәүҙәрҙең күҙенән йәш килеп сыға, кемдәрҙер үкһеп үк ебәрә. Бер сәғәт тирәһе дауам иткән көлөү, шулай итеп, режиссерҙы ҡотҡарып алып ҡала һәм республика театрҙарында дошмандар асыҡлау эшенә нөктә ҡуя. Бер генә репликаһы менән ҡотолғоһоҙ һәләкәттән аралаған тапҡыр актерҙы Булат ғүмеренең аҙағына тиклем һыйлаған, тиҙәр.
Шул ете фажиғәле көндән бына ошо көләмәс тороп ҡалған.
Флорид Бүләков. Иҫтәлектәр.