

10 октябрҙә республикабыҙҙа Ҡурай көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы Өфөлә мауыҡтырғыс саралар ойоштора. Улар “Рәсәй халҡының берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше” тигән маҡсатлы федераль программаны ғәмәлгә ашырыуға ярашлы үткәрелә.
7 октябрҙә “Атайсал” мәҙәни үҙәгендә байрамға һәм күренекле ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция уҙғарыла. Пленар сессиянан тыш, Хәйбулла районының Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музейы ойошторған күргәҙмәне ҡарау, башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡарала. Сара аҙағында Ҡурайсылар союзына яңы ағзалар ҡабул ителә.
Бынан алда, 6 октябрҙә, балалар сәнғәт мәктәптәрендә Өфө ҡалаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы булышлығында йәш таланттар өсөн башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре була. Улар төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция программаһына индерелә.
Үҙ эшенең оҫталары, талантлы музыканттар Әҙеһәм Исҡужин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбендә – ҡурай, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбенең концерт залында – думбыра, 7-се балалар музыка мәктәбендә ҡылҡумыҙҙа уйнау серҙәренә өйрәтә.