+17 °С
Облачно
Ваҡиғалар
20 Сентября , 05:03

Өфөлә башҡорт телендә бюллетендәр етмәгән

Баш ҡаланың Совет районындағы 414-се участка һайлау комиссияһында был проблема тиҙ арала хәл ителгән.

Өфөлә башҡорт телендә бюллетендәр етмәгәнӨфөлә башҡорт телендә бюллетендәр етмәгән
Өфөлә башҡорт телендә бюллетендәр етмәгән

Һайлаусыларҙың береһе «Инцидент-менеджмент» мәғлүмәт системаһы аша Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрендә комментарий ҡалдырған.

Башҡортса бюллетендәр етешмәүҙең сәбәбе тәүге көндәрҙә туған телендә тауыш бирергә теләгән кешеләрҙең күп булыуына бәйле. Территориаль һайлау комиссияһы резервынан өҫтәмә бланктар килтерелгән. Теркәгәндән һуң уларҙы кешеләрҙең һорауы буйынса бирәсәктәр.

«Комиссия һайлаусы менән бәйләнешкә инде, хәлде тағы бер тапҡыр аңлатты, ғәфү үтенде. Ханым был мәсьәләне хәл иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте», — тип белдерҙеләр Республикаға идара итеү үҙәгендә.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-09-19/f-l-bash-ort-telend-byulletend-r-etm-g-n-4664232
Автор:
Читайте нас