+16 °С
Ясно
Ваҡиғалар
18 Сентября , 13:45

Россия тауыш бирҙе!

Һайлауҙарҙың тәүге көнөндә Башҡортостандың Күгәрсен районында һайлау участкаһына Россия Ишбаева килде.

Россия тауыш бирҙе!Россия тауыш бирҙе!
Россия тауыш бирҙе!

Эйе, эйе, уның исеме тап шулай — Россия Сулпан ҡыҙы. «Бәләкәй саҡтан уҡ минең гражданлыҡ позициям әүҙем булды», — ти Россия. Уның исеменең ғәжәп тарихы бар: ул 1976 йылда тыуған. Атаһы уға Рәлиә тип исем бирмәксе булған, әммә ЗАГС-ҡа барған юлда исемде онотоп ҡуйған. Шулай итеп, уны Рәсиә тип яҙҙырғандар. Ә паспортында ул Россия булып киткән. Был исем ил символына әүерелгәнгә тиклем үк булған хәл.

Уның 70 йәшлек әсәһе Күгәрсен ауылында һайлау участкаһы рәйесе булып тора. Россия үҙе газ хужалығында контролер булып эшләй. «Бөгөн тауыш биреп, беҙ киләсәкте билдәләйбеҙ», — ти ул.

Автор:
Читайте нас