

«Ошо күркәм байрамда – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә ҡатнашыусыларҙың барыһын да ысын күңелдән сәләмләйем. Бөрөлә был байрамды етенсе тапҡыр үткәрәбеҙ.
Ҡәҙерле бөрөләр, беҙҙән, байрам ҡунаҡтарынан ихлас ҡунаҡсыллығығыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Рәхмәт һеҙгә. Еңел булмаған ваҡытта һәр кешегә таяныс кәрәк. Беҙ уны туғандарыбыҙҙа, яҡындарыбыҙҙа, шулай уҡ күп милләтле ҙур илебеҙҙә табабыҙ. Бөгөн алдыбыҙҙа торған төп бурыс – егеттәребеҙ иҫән-һау ҡайтһын өсөн ЕҢЕҮ ӨСӨН БАРЫҺЫН ДА ЭШЛӘРГӘ. Бының өсөн ярҙам, терәк булыу һәм мөхәббәт мөһим. Һәр кем үҙ эшенә намыҫлы ҡарарға тейеш. Шуға күрә мәҙәниәт йорттары, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөйбөҙ, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. Быларҙың барыһын да, кешеләр Башҡортостанда йәшәргә теләһен, йәштәр бында ғаилә ҡорһон һәм балалар тәрбиәләһен өсөн эшләйбеҙ. Бына бөгөн Карина һәм Константин Гребенщиковтарҙың ғаиләһе барлыҡҡа килде. Бындай ғаиләләр күберәк булһын ине.
Барығыҙға ла тыныслыҡ, изгелек, именлек теләйем. Ҡәҙерле яҡташтар, өйөгөҙҙә һәр саҡ йылы һәм мөхәббәт булһын», – тине Радий Хәбиров.
Республика Башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова ла Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотланы.
«Ғаилә беҙҙе тормош юлыбыҙҙың башында уҡ ҡаршы ала, ғүмер буйы оҙатып бара һәм беҙҙең менән мәңгегә ҡала. Был беҙ балаларыбыҙға һәм киләсәк быуындарға тапшырғандарҙың иң ҡиммәтлеһе», – тине Каринэ Хәбирова.Башҡортостан Башлығы ишле ғаиләләргә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Йылайыр районынан 10 бала әсәһе Фәнзиә Таҡалова, шулай уҡ Нефтекаманан 10 бала әсәһе Анжелика Шумутбаева «Герой-әсә» исемен алды.
Башҡортостандың йәнә алты күп балалы ғаиләһе «Ата-әсәлек даны» ордены һәм ошо ордендың миҙалы кавалерҙары булды.
Республика Башлығы шулай уҡ Дүртөйлө ҡалаһы хакимиәте башлығы Илмир Гәрәевҡа «Ғаиләгә һәм балаларға дуҫ ҡала» наградаһын тапшырҙы.
Радий һәм Каринэ Хәбировтар сәхнәнән йырсылар Айым һәм Рим Рәхимовтар ғаиләһендә тыуасаҡ дүртенсе сабыйҙың енесен иғлан итте. Ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләгән ғаилә малай көтә. Айым – «Тамыр» йыр студияһы етәксеһе, Рим – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт опера һәм балет театры солисы.
АЗАТ ҒИЗЗӘТУЛЛИН