+16 °С
Облачно
Ваҡиғалар
26 Июня , 13:50

Милли музейҙағы Дуҫлыҡ картаһы төрлө телдәрҙәге теләктәр менән тулды

Башҡортостан Республикаһының Милли музейындағы Дуҫлыҡ картаһы төрлө телдәрҙәге теләктәр менән тулды.

Милли музейҙағы Дуҫлыҡ картаһы төрлө телдәрҙәге теләктәр менән тулдыМилли музейҙағы Дуҫлыҡ картаһы төрлө телдәрҙәге теләктәр менән тулды
Милли музейҙағы Дуҫлыҡ картаһы төрлө телдәрҙәге теләктәр менән тулды

Өфөгә III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһына килгән балаларға был фестивалдең улар өсөн нимәне аңлатыуы тураһында яҙырға тәҡдим иттеләр. Иң йыш ҡулланылған һүҙҙәр «дуҫлыҡ» һәм «берҙәмлек» булды — улар тиҫтәләгән телдәрҙә яңғыраны! Бынан тыш — «яңы танышыуҙар», «бер үк яратҡан эш менән шөғөлләнгән кешеләрҙең бәйләнеше», «тын алыш», «сағыу тойғолар», «халыҡтар дуҫлығы», «мөмкинлектәр», «тәжрибә», «ҡунаҡсыллыҡ һәм изге күңеллелек», «йән», «йолалар», «йәшлек» һәм башҡа бик күп һүҙҙәр яҙылды.

Почетлы ҡунаҡтарҙың һүҙҙәре айырыуса тулҡынландырҙы: В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова «Бәхет» һүҙен һайланы. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнур Шәйхисламов «Мөхәббәт» тип яҙҙы. Ысынлап та, был көндәрҙә Өфө тап бәхет һәм мөхәббәт менән тулған!

Фольклориадала ҡатнашыусылар республиканың төп музейын юғары баһаланы: «Шәп музей!».

Фото: БР Милли музейының матбуғат хеҙмәте.

Милли музейҙағы Дуҫлыҡ картаһы төрлө телдәрҙәге теләктәр менән тулды
Милли музейҙағы Дуҫлыҡ картаһы төрлө телдәрҙәге теләктәр менән тулды
Милли музейҙағы Дуҫлыҡ картаһы төрлө телдәрҙәге теләктәр менән тулды
Автор:
Читайте нас