

«Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проекты буйынса тормошҡа ашырылған постановка кескәй тамашасыларҙы һөйөү, изгелек һәм тоғролоҡ тураһындағы тарихы менән әсир итте. Спектаклде Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы режиссёр Ольга Шәрәфетдинова ҡуйған.
Балаларға театр бинаһы бик оҡшаны. Бина 2023 йыл аҙағында тамамланған реконструкциянан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.
Фото: Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының матбуғат хеҙмәте.