+1 °С
Ясно
Ваҡиғалар
24 Июня , 18:00

Республика башҡорт милли кейемдәренә патент алды

Өфөлә уҙған III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының асылыу тантанаһында Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәисе Лилиә Ғүмәрова Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаровҡа башҡорт милли кейемдәрен теркәү тураһындағы таныҡлыҡты тапшырҙы. Был ҡарар Роспатент тарафынан ҡабул ителде. Хәҙер улар ҙа, бал менән аттар кеүек үк, төбәк брендына әүерелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика башҡорт милли кейемдәренә патент алдыРеспублика башҡорт милли кейемдәренә патент алды
Республика башҡорт милли кейемдәренә патент алды

«Беҙҙең сюрпризыбыҙ бар. Туған республикабыҙ — төбәк брендтары буйынса лидерҙарҙың береһе. Башҡорт аты, шәле, балы дәүләттең һаҡлыҡ грамотаһын алды инде. Һәм бөгөн, Роспатенттың йөкләмәһе буйынса, башҡорт милли кейемдәрен теркәү тураһындағы таныҡлыҡты тапшырырға теләйем», – тине Лилиә Ғүмәрова.

Автор:
Читайте нас