+18 °С
Облачно
Ваҡиғалар
1 Июня , 12:05

Башҡортостан башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы

Дүшәмбе Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы.

Башҡортостан башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙыБашҡортостан башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы
Башҡортостан башлығы Салауат Юлаев һәйкәле буйынса фекер алышыуҙарға нөктә ҡуйҙы

Әлеге ваҡытта Өфөлә постаменттан алынған милли геройҙың һәйкәлен реставрациялау бара, тип иҫкә төшөрҙө ул. Апрель айында ҙур комиссия реставрация цехында булды.

– Реставраторҙар беҙгә һәйкәлдең 80% үҙгәртергә, яңы элементтар эшләргә кәрәк буласағын әйтте. Был йәһәттән беҙ уйландыҡ, унда металл бик юғары сифатлы түгел, – тип билдәләне республика Башлығы. – Шуға күрә фекер алышыу барышында мин йәмәғәтселеккә һәм республика халҡына тәҡдим иткән идея тыуҙы: беҙгә ҡатмарлыраҡ, әммә ышаныслыраҡ һәм, минеңсә, стратегик яҡтан отошлораҡ юл менән барырға – бронзанан ошондай уҡ яңы һәйкәл ҡойорға мөмкин. Был оҙаҡҡа етергә тейеш.

Элекке һәйкәлде реставрациялаһаҡ, ул 10, 20 йәки 50 йыл, ә бронза һәйкәл оҙағыраҡ торорға мөмкин, тип билдәләне Радий Хәбиров. Шулай уҡ республика Башлығы тарихи ҡомартҡының яҙмышын асыҡлыҡ индерҙе.

– Хәҙер реставрацияла булған һәйкәлде мотлаҡ реставрациялайбыҙ, – тип вәғәҙәләне Хәбиров һәм үҙенең хакимиәтенә Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан тергеҙеү планын төҙөргә ҡушты.

Автор:
Читайте нас