

Ул 14.00 сәғәттә үҫмерҙәрҙең ҡул эштәренән торған күргәҙмә-йәрминкә менән башланып китәсәк. "Нисек үҙ эшеңде асырға" тигән оҫталыҡ дәресе лә буласаҡ.
15.00 сәғәттә "Ғаиләләр парады" ойошторола. Ҡатнашығыҙ, дуҫтар, ойоштороусылар саҡыра. Концерт, аниматорҙар, тематик фотозоналар - байрам күңелле булмаҡсы.
Республикала 12-17 майҙа Ғаилә аҙналығы үтә. Уның барышында балалар өсөн әйберҙәр йыйыу буйынса "Ғаилә изгелек бумерангы" хәйриә акцияһы, "Сәләмәт ғаилә - сәләмәт республика" тигән һәм башҡа саралар ойошторола.