-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
4 Март , 15:41

Башҡортостандан мобилизацияланған артист ауыр сирле балаға ярҙам иткән

Башҡортостандан мобилизацияланған артист Артур Хәсәнов киҫкен лимфобластлы лейкоз менән яфаланған Теона Образенконы дауалауға 30 мең һум аҡса күсергән. «Хәсән» позывнойлы яугир хәбәр итеүенсә, Өфөлә йәшәүсе биш йәшлек Теоноға ҡурҡыныс диагнозды былтыр декабрҙә ҡуйғандар.

Башҡортостандан мобилизацияланған артист ауыр сирле балаға ярҙам иткән
Башҡортостандан мобилизацияланған артист ауыр сирле балаға ярҙам иткән

«Хәсән» йәмәғәтселеккә бәләкәй Теонаға ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Әле ҡыҙҙы дауалауға 10 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған, тағы ла 5 миллион һум аҡса талап ителә.

Артур Хәсәнов 2022 йылдан махсус операцияла ҡатнаша. Хәрби хеҙмәткә тиклем ул Дүртөйлө районындағы мәҙәни-ял итеү үҙәгендә эшләгән. «Хәсән»дең исеме республикабыҙ халҡына яҡшы таныш, ул өлөшләтә үҙенең мобилизация ваҡытындағы сығышы менән интернет йондоҙона әйләнде. Артурҙың Филүс Ҡаһиров репертуарынан «Кейек ҡаҙ юлдары» йырын башҡарған видеояҙмаһы ҡыҫҡа ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә таралып, уға көтөлмәгән популярлыҡ килтерҙе.

2024 йылда Артур Хәсәнов МХО зонаһындағы хәрби хеҙмәте өсөн IV дәрәжә Георгий кресы менән бүләкләнгән.

Инсаф Хужабиргәнов.
 
 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

 
Автор:
Читайте нас