-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
5 Декабрь 2025, 12:00

«Изге подписка»

Бөгөн Өфөләге «Китап» магазинында матбуғатҡа яҙылыу көнө үтә. Унда һәр кем «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто гәзит-журналдарына ташламалы хаҡтар менән яҙыла һәм «Изге подписка» акцияһында ҡатнаша ала.

«Изге подписка»
«Изге подписка»

Үҙегеҙгә, атай-әсәйегеҙгә, дуҫтарығыҙға һәм иғтибарға үә ярҙамға мохтаждарға - ветерандарға, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, ауыр тормош хәлендә булған кешеләргә хәтәр шәп Яңы йыл бүләге яһау мөмкинлегенән ситтә ҡалмағыҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3-13 декабрь көндәрендә республика матбуғат баҫмаларына ташламалы яҙылыу декадаһы үтә. Был осорҙа яҙылыу хаҡтары ҡулай, һәр яҙылыу квитанцияһы приздар уйнатыуҙа ҡатнаша.

Бөгөн 17.00 сәғәткә тиклем Өфө ҡалаһының Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан «Китап» магазинында көтәбеҙ.

Фотола - төҙөлөш компанияһы инженеры Панфилова Наталья. Ул Мәсетле районында ғүмер кисереүсе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ғаиләһенә «Тамаша» журналына яҙылыу квитанцияһы бүләк итте. Рәхмәт!

«Изге подписка»
«Изге подписка»
Автор:
Читайте нас