Тап ошо көндә 1990 йылда республиканың Юғары Советы тарафынан дәүләт суверенитеты тураһында Декларация иғлан ителә.
9 октябрҙә киске сәғәт 7-лә “Атайсал” мәҙәниәт үҙәгендә “ЭтноКод: Донъялар үрелеше” интерактив этношоуының премьераһы була. Бында халыҡ традицияһы һанлы киләсәк менән осраша. 12+
Тамашасылар традицион кейеҙ баҫыуҙың тарихын һәм символикаһын, 3d-mapping-ты (ысын һәм виртуаль донъяларҙың ҡушылыуы иллюзияһын тыуҙырған, сәхнәне тере полотноға әйләндергән проекциялар) асыусы хореографик мини-спектаклде ҡараясаҡ. Шулай уҡ кейеҙҙән костюмдар коллекцияһы дефилеһы үтәсәк. 12+
10 октябрҙә – Башҡортостан Башлығы башланғысы менән иғлан ителгән Ҡурай көнөндә – “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концерты була. Коллектив 80% яңы композицияларҙан торған концерт программаһы тәҡдим итәсәк. Байрамға әҙерлек сиктәрендә күргәҙмә һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. 12+
С.Т. Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял баҡсаһында “Башҡортостан” дәүләт концерт залының ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ – “Кредо” өлгөлө эстрада балеты, “Поколение” халыҡ хор коллективы, “Чудетство” эстрада балалар йыры театры үҙ номерҙарын тәҡдим итәсәк. 12+
9 һәм 11 октябрҙә Башҡортостандың Милли музейында "Алға, Башҡортостан!” диктанты, “Республиканы йый” балалар өсөн интерактив танып- белеү уйыны, “Башҡортостан” киностудияһының “Берҙәм ғаиләлә” киножурналын ҡарау ойошторола. 12+
9 октябрҙә Ш.Хоҙайбирҙиндың Йорт-музейында экспозициялар буйлап экскурсиялар уҙғарыла һәм Булат Йосоповтың “Беренсе республика” нәфис фильмы күрһәтелә. 12+
9 октябрҙә Ф.И. Шаляпин исемендәге музыка музейында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған “Тыуған яҡ көйҙәре” музыкаль салон үткәрелә - унда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, флейтасы Владимир Семин ҡатнашлығында концерт була. Музейҙың концерт залында бөйөк башҡорт композиторҙары музыкаһы, шулай уҡ боронғо башҡорт көйҙәре яңғыраясаҡ. 12+
11 октябрҙә С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейында Башҡортостан рәссамдары А. А. Петриковтың, Г.В. Прокшиндың, А.Г. Соловьёвтың, А.С. Фадеевтың күргәҙмәләре асыла. 12+
В.И. Альбанов исемендәге полярсылар музейы Башҡортостандың күренекле кешеләре - полярсылар, хәрби диңгеҙселәр тураһында һөйләй һәм музей буйлап тематик экскурсия ойоштора (8-10 октябрҙә үтәсәк). 12+
9 октябрҙә 13.00 сәғәттә Башҡортостандың Милли китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә "Сәскә ат, Республикам!” музыкаль-әҙәби кисә була. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың иң матур мөйөштәренә сағыу сәйәхәт көтә. Программала - тере инструменталь музыка, “Салауат Юлаев” легендар башҡорт фильмы фрагментын күрһәтеү, әҙәби уҡыуҙар. 12+
10 октябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам иткәндә “Аҡбуҙат” эпосы мотивтары буйынса ижад ителгән “Тылсымлы ат күле” була. Спектаклдән һуң актерҙар менән ижади осрашыу үтәсәк, унда тамашасылар һорауҙар бирә, постановка тураһында белә һәм театр атмосфераһын тағы ла яҡыныраҡ тоя аласаҡ. 12+
10 һәм 12 октябрҙә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә композитор Галина Йыһанованың “Ете ҡыҙ” милли балеты күрһәтелә. 12+
11 октябрҙә Өфө “Нур” татар дәүләт театры тамашасыларға йәнә яңы ижад миҙгеленең премьераһын – Мостай Кәримдең “Йәйәүле Мәхмүт” пьесаһы буйынса спектаклде ҡарарға мөмкинлек бирәсәк. (Режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев). 12+
9 октябрҙә Нефтекама дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеүҙең 35 йыллығына арналған “Сәскә ат, тыуған Башҡортостаным!” байрам концерты була. 12+
14 октябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһенең 32-се ижад миҙгеле асыла.12+
11 октябрҙә 15.00 сәғәттә “Родина” кинотеатрында режиссер Булат Йосоповтың “Беренсе республика” фильмы күрһәтелә. 12+
11 октябрҙә Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы муниципаль кинозалдарҙа, район мәҙәниәт йорттарында “Башҡортостан” киностудияһы төшөргән “Ике тапҡыр тыуған”, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейемдәре”, “Ләйсән. Яҙғы ямғыр", “Төньяҡ амурҙары”, “Беренсе республика” фильмдарын күрһәтеүҙе ойоштора. 12+
Байрам акциялары, тематик кисәләр һәм осрашыуҙар республиканың ҡала һәм райондарындағы Тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙә лә планлаштырылған.
Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең Башҡортостан тарихи-мәҙәни үҙәктәре лә Республика көнөнә арналған саралар уҙғара. Мәҫәлән, Екатеринбургта Свердловск өлкәһендә Башҡорт мәҙәниәте көнө, Ырымбурҙа Х. Ямашев исемендәге библиотекала “Сәскә ат, Башҡортостан!” программаһы. Силәбе өлкәһендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған картиналар, фотоһүрәттәр һәм баҫмалар күргәҙмәһе асыла.
Тулыраҡ мәғлүмәт мәҙәниәт учреждениеларының сайттарында һәм социаль селтәрҙәрҙәге рәсми биттәрендә бирелгән.