-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
4 Сентябрь 2025, 11:00

«Башҡорт аты» фестиваленә 17 дәүләт вәкилдәре килә

Сара күптән донъяның төрлө мөйөштәренән үҙенсәлекле башҡорт тоҡомло аттарҙы һәм Башҡортостандың милли мәҙәниәтен һөйөүселәрҙе бергә туплаған мөһим халыҡ-ара форумға әүерелде.

«Башҡорт аты» фестиваленә 17 дәүләт вәкилдәре килә
«Башҡорт аты» фестиваленә 17 дәүләт вәкилдәре килә

6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле янында IV «Башҡорт аты» фестивале ойошторола. Был юлы унда 17 дәүләт: Ҡытай, Кувейт, Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Көньяҡ Африка Республикаһы, Камерун, Марокко, Конго Демократик Республикаһы, Ангола, Замбия, Мысыр, Гана, Куба, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәре ҡатнаша (уҙған йылда 11 ил ине).

Шулай уҡ фестивалгә Рәсәйҙең 12 төбәге, шул иҫәптән Мәскәү, Волгоград, Ырымбур, Рязань һәм Силәбе өлкәләре, Пермь һәм Ставрополь крайҙары, Татарстан Республикаһы, Дағстан, Ҡалмыҡстан, Яҡутстан һәм Тыва делегациялары ярҙам күрһәтә.

Тәүге тапҡыр «Башҡорт аты» фестивале «Урал аръяғы-2025» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының һәм Баймаҡ районының 95 йыллыҡ юбилейының логик дауамы булып тора. Ат индустрияһын үҫтереүгә, милли ат спорты төрҙәренә, продукция йылҡысылығын үҫтереүҙең заманса тенденцияларына арналған түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырыла. Шулай уҡ башҡорт атын тарихи мираҫ объекты итеп һаҡлауға һәм заманса технологиялар ярҙамында селекция эшен үҫтереүгә йүнәлтелгән «Башҡорт атының геномы» проектына рәсми старт биреү тантанаһы була.

Фестивалдә спорт һәм ат спорты программаһында башҡорт халыҡ ярыштарының биш төрө тәҡдим ителә. Шулай уҡ тамашасыларҙы ат сабыштары көтә. Аттар парады фестивалдеңиң  сағыу ваҡиғаларының береһе булмаҡсы, унда республиканың 25 районынан 430 һыбайлы ҡатнаша.

Фестивалдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сараның программаһы дүрт блоктан тора.

Беренсе блок - йылҡы ите һәм ҡымыҙ етештереүселәрҙең күргәҙмә-йәрминкәһе. Йәрминкәлә "Хәләл" стандарты буйынса сертификатҡа эйә республика етештереүселәре ҡатнаша, был продукцияның юғары сифатлы булыуын һәм уның мосолман традицияларына тап килеүен гарантиялай. Фестивалдә "Оҫталар ҡалаһы" халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе ойошторола, унда Башҡортостан һәм күрше төбәктәр оҫталары үҙенсәлекле ҡул эштәре менән таныштыра.

Икенсе блок - эшлекле программа. "Башҡорт аты" фестивале барышында республикала ат спортын, туризмды һәм йылҡысылыҡты үҫтереүҙең төп мәсьәләләренә арналған семинарҙар, пленар ултырыштар була:   Ат спорты һәм туризм: Башҡортостандың ҡеүәтен асабыҙ.
  Ат спорты төрҙәре - традицияларҙан хәҙерге заманға тиклем.
  Продуктив йылҡысылыҡ үҫешенең хәҙерге тенденциялары.
  Башҡортостандың ат индустрияһын үҫтереү: төбәккә инвестициялар, традициялар һәм яңы мөмкинлектәр.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы "Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереү: төбәккә инвестициялар, традициялар һәм яңы мөмкинлектәр" пленар ултырышында республикала йылҡысылыҡ тармағы үҫешенең төп факторҙары ҡарала. Ултырышта алдынғы йылҡысылыҡ продукцияһын етештереүселәр ҡатнаша.

Өсөнсө ижади блокта "Башҡорт аты" фестивале ҡунаҡтарын театрлаштырылған сағыу тамаша һәм концерт программаһы көтә.

Дүртенсеһе иһә спорт блогы:
  Милли көрәш, мас-рестлинг һәм самбо буйынса республика турнирҙары.
  Арҡан тартышыу буйынса төбәк-ара турнир.
  "Бәйге" халыҡ-ара фестивале.
  "Ирәндек мәргәне" асыҡ республика турниры.
  Эльбрус Ниғмәтуллин командаһы ойошторған "Урал батыр" халыҡ-ара бәһлеүәндәр турниры.
  ГТО нормаларын тапшырыу майҙансығы.
  "Тай-тулаҡ", "Ауҙарыш", "Ылаҡ" ярыштары.
  Алты төр ат сабышы. Төп бүләк - автомобиль.
Фестивалдең иң мауыҡтырғыс өлөшө - аттар парады.
"Башҡорт аты" фестивале - башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыу, йылҡысылыҡтың үҙенсәлекле традицияларын һаҡлау һәм Башҡортостандың бай мәҙәни мираҫын күрһәтеү өсөн ойошторолған байрам.

Ләйлә Аралбаева

https://bash.bashinform.ru/news/social/2025-09-03/bash-ort-aty-festivalen-17-d-l-t-v-kild-re-kil-4371606

 

«Башҡорт аты» фестиваленә 17 дәүләт вәкилдәре килә
«Башҡорт аты» фестиваленә 17 дәүләт вәкилдәре килә
Автор:
Читайте нас