-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
13 Май 2025, 14:44

Арктур һәләтлеләрҙе эҙләй

Ҙур йөрәклеләр генә шулай эшләй алалыр.

Арктур һәләтлеләрҙе эҙләй
Арктур һәләтлеләрҙе эҙләй

Өфө ҡалаһының "Торатау" конгресс-холында "Арктур" тигән X Бөтә Рәсәй профессиональ конкурстың финалы асылды. Уның барышында "Балаларҙың өҫтәмә белем биреү педагогының профессиональ портфеле: әҙерлектән алып үҫешкә тиклем" форумы ла үтте.

Конгресс-холл фойеһында "Төҙөү барышында йәшәргә өйрәнәбеҙ" исемле республикабыҙ халыҡтарының милли кейемдәрендә автор ҡурсаҡтарынан торған бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне, уларҙы һәр кем ҡыҙыҡһынып ҡараны. Бынан тыш, Башҡортостан милли уйын ҡоралдары оркестры дәртле көйҙәр уйнаны.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән минстры Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, бөгөн үҙҙәренә иң-иңдәрҙе саҡырғандар, бында балаларҙың йөрәктәренә юл ярыусылар йыйылған, педагогтар бәләкәстәргә үҙҙәренең һәләтен асырға ярҙам итә, улай ғына ла түгел, барыһы ла һәләтле ҡыҙ һәм малайҙарҙы эҙләй һәм йондоҙсоҡтарҙы таба.

– Балаларға өҫтәмә белем биреү мәғарифтың бер тармағы ғына түгел, ә тотош ҙур донъя, – тине Илдар Марат улы. – Педагогтар буш ваҡыттарында, эштән һуң да бәләкәстәр менән бергә булып, төрлө йүнәлештә ныҡлап шөғөлләнә. Ҙур йөрәклеләр генә шулай эшләй алалыр. Балалар менән уртаҡ тел таба алыуығыҙ һоҡландыра.

Конкурс, ысынлап та, яңы йондоҙсоҡтар асһын, талантлылар асыҡланһын, ҡунаҡтар Өфө ҡалаһынан тыуған яҡтарына бай тәьҫорттар менән ҡайтһын ине тигән теләктәрен дә еткерҙе министр.

Дөйөм Рәсәй мәғариф профсоюзы рәйесе Лариса Солодилова сараны ойоштороуға күп көс һалғаны өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа оло рәхмәтен әйтте, конкурстың нисек һәм ҡасан башланыуын хәбәр итте. "Арктур" 2015 йылда (уны нуленсе, тиҙәр) Салехард ҡалаһында бик уңышлы үткән, ә беренсе тапҡыр Калиниградта уҙғарылған. Ошо арауыҡта унда бөтәһе ике мең ярым кеше ҡатнашҡан, шуның 550-һе - лауреат, 95 педагог еңеүсе булған.

"Ни өсөн Арктур?" Ижад йүнәлешендә уңышҡа илткән йондоҙҙо шулай атайҙар.

– Иҫ киткес көслө илдә йәшәйбеҙ һәм уны яратабыҙ, уны ҡеүәте шунда – Ватаныбыҙҙың үҫешенә һәр беребеҙ тос өлөш индереүендә, – тип һөйләне Лариса Александровна. – Мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлайбыҙ һәм киләсәк быуынға еткерәбеҙ. 2025 йыл Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә Ватанды һаҡлаусылар йылы тип аталды, мәғариф хеҙмәткәрҙәре уны тулыһынса хуплай.   

Сара барышында Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған "Венец России" тигән видеоролик күрһәтелде.

Арктур һәләтлеләрҙе эҙләй
Арктур һәләтлеләрҙе эҙләй
Автор:
Читайте нас