Татарстандың халыҡ шағиры, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре РОБЕРТ МИҢНУЛЛИНҒА арналған "Ҡурай булып ҡайтырмын...", тип аталған хәтер кисәһе.
Был сараға Роберт Миңнуллиндың ижадына ғашиҡ, уның сикһеҙ күңел киңлегенә һыйған-һыйынған замандаштарыбыҙ ҙур ихласлыҡ менән килгәйне, үҙҙәре менән Роберт Миңнуллиндың ҙур йыһандай күңел киңлеген сағылдырған матур, күңелдәргә йылы таратырлыҡ хәтирәләр менән килде. Был саранан һуң, Миңнуллин ижадына ғашиҡ булмағандар ҙа ғашиҡ булып, һөйөү тойғолары менән таралышты булһа кәрәк.
Төп ҡунаҡ, сараға мәртәбә биргән шәхес - ул Роберт ағайҙың бер туған ҡустыһы Ҡазандағы Ғәлимйән Ибраһимов ис. Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты директоры, ғалим, филология фәндәре докторы Ким Мөғәллим улы Миңнуллин. Ул ағаһы Роберт Мөғәллим улының традицияһын дауам итеп, Зәки Вәлиди ис. милли китапханаға китаптар алып килеп бүләк итте. Төп сығышында ағаһы булараҡ та, шәхес булараҡ та яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. БР Яҙыусылар союзы, БР Милли әҙәбиәт музейы менән киләсәктә яҡын хеҙмәттәшлек итергә килешелде.
Саранан фотолар: https://vk.com/photo-66773949_457251613