-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
1 Ноябрь 2023, 11:50

Өфөлә I «Таҡыя» халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Өс тур йомғаҡтары буйынса жюри конкурс еңеүселәрен һәм лауреаттарын билдәләне.

Өфөлә I «Таҡыя» халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре билдәләнде

Халыҡтар берҙәмлеге Ккнө алдынан Өфөлә педагог Һәм остаз йылына врналған I «Таҡыя» халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсының финалы һәм еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Өс тур йомғаҡтары буйынса жюри конкурс еңеүселәрен һәм лауреаттарын билдәләне. Гөлдәр Шабиева «Башҡорт һәм татар ҡыҙҙарының традицион балалар кейеме» коллекцияһы менән «Таҡыя» конкурсының  Гран-прийына лайыҡ булды. Уға 100 мең һумлыҡ сертификат бүләк иттеләр.

Милли Музейҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән 70-тән ашыу оҫта һәм рәссам-модельер конкурста ҡатнашыуға ғариза биргән. Финалға 44 ҡатнашыусы сыға, улар үҙҙәренең ижадын «Балалар кейеме — реконструкция», «Балалар костюмының автор интерпретацияһы», «Милли балалар костюмы аксессуарҙары — реконструкция» номинацияларында тәҡдим итә. Оҫталар Рәсәй халыҡтарының милли колориттарының күп төрлөлөгөн күрһәтте һәм сағыу башҡорт, рус, татар, удмурт, сыуаш һәм башҡа костюмдар, аксессуарҙар тәҡдим итте.

«Балалар кейеме – реконструкция»  һәм «Милли балалар костюмы аксессуарҙары – реконструкция» номинацияларында ҡатнашыусылар жюри хөкөмөнә шәхси архив фотоһүрәттәрен, тыуған яҡты өйрәнеү материалдарын һәм музей экспонаттарын файҙаланып эшләнгән образдарҙың дөрөҫлөгөн сағылдырған коллекциялар тәҡдим итте. Шулай итеп, традицион сигеү элементтарын һаҡлап, боронғо орнаменттар ҡулланып теккәндә милли костюмдар йәшәүен дауам итә. Жюри ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының күргәҙмә эштәрен ойоштороу һәм уларҙы үткәреү буйынса бүлек мөдире Эльвира Хәмиҙуллина, бындай эштәр арҡаһында музей экспонаттары икенсе ғүмер ала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Республиканың төп музейының уникаль экспонаттары фондтарыбыҙҙа һаҡланып ҡына ҡалмай, урамға ла “сыға” һәм барыһы ла уларҙы күрә ала", - тип билдәләне ул.

Һуңғы йылдарҙа милли элементтарҙы кейемдәге заманса трендтар менән берләштереү популяр тенденцияларҙың береһе булып тора. «Балалар костюмының авторлыҡ интерпретацияһы» номинацияһы конкурсанттары заманса кейем һәм традицион элементтарҙы гармониялы берләштереп, алтын урталыҡ таба алды. "Һәр ваҡыттағыса иң мөһим йүнәлеш - үҙеңде танып белеү, шулай уҡ үҙ халҡыңдың бер өлөшө булараҡ күренергә һәм быны зауыҡлы, интеллектуаль, эстетик, йәғни тап бөгөн беҙ күргәнсә эшләргә теләү», - тип билдәләне жюри ағзаһы, Өфөнөң алдынғы стилисы Руфина Шопенгауэр.

Ләйлә Аралбаева.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-31/v-ufe-nazvali-pobediteley-i-mezhdunarodnogo-konkursa-masterov-detskogo-natsionalnogo-kostyuma-ta-yya-3500585

 

Өфөлә I «Таҡыя» халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Өфөлә I «Таҡыя» халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Өфөлә I «Таҡыя» халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Өфөлә I «Таҡыя» халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Өфөлә I «Таҡыя» халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Өфөлә I «Таҡыя» халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Өфөлә I «Таҡыя» халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Өфөлә I «Таҡыя» халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Өфөлә I «Таҡыя» халыҡ-ара балалар милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәре билдәләнде
Автор:
Читайте нас: