Өфөлә Республика балалар фольклор байрамы үтә
Сара Башҡортостан халыҡтарының милли кейем көнө айҡанлы үтәсәк. Өфөлә йәшәгән малай-ҡыҙҙарҙы бай мәҙәни программа көтә. Балалар «Аҡ тирәк-күк тирәк», «Йәшерәм яулыҡ», «Наза», «Өс таған», «Марш» уйындарын уйнаясаҡ.
Шулай уҡ кейеҙ баҫыу, түшелдерек эшләү, эйәр-өпсөн әҙерләү һәм милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк.