+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
1 Сентябрь 2022, 11:00

Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы үтәсәк

16-17 сентябрҙә Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы ойошторола. Проект ҡурайҙа уйнау традицияларын һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм артабан үҫтереүгә, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлауға, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеүгә, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалауға йүнәлтелгән.

 Сараны асыу тантанаһы 16 сентябрҙә 11.00 сәғәттә Район мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Конкурс программаһында үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ансамблдәр ҡатнаша. Сара барышында алдағы конкурстар лауреаттары, халыҡ йырсылары, бейеүселәр һәм быйылғы конкурс еңеүселәре ҡатнашлығында концерттар, ҡурайсылар ансамблдәре етәкселәре өсөн түңәрәк өҫтәл була.

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсын ябыу тантанаһы һәм гала-концерт 17 сентябрҙә Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында үтәсәк. Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана. Ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте, Башҡортостан Республикаһының ҡурайсылар союзы йәмәғәт ойошмаһы. Йомабай Иҫәнбаев (1891-1943) - ҡурайҙа профессиональ башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ул сит ил сәхнәһендә (Франция, Германия, Швеция, Бельгия, Голландия) милли сәнғәтте күрһәткән тәүге башҡорт музыканттарының береһе булды. 1991 йылда Йомабай Иҫәнбаевҡа (вафатынан һуң) «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.

 

Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы үтәсәк
Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы үтәсәк
Автор:
Читайте нас: