+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
12 Май 2022, 15:00

78 йылдан һуң табылған ҡаһарман яҡташыбыҙ тураһында фильм төшөрөлгән

Күгәрсен районында «Ҡайтыу юлы» тип исемләнгән документаль фильмдың исем туйы үтте. Картина Сталинград өсөн алышта һәләк булған Хәйбулла Хисмәтуллин хаҡында. Эҙәрмәндәр отряды тарафынан 78 йылдан һуң табылған летчик-штурмлаусы былтыр тыуған төйәгендә ерләнде. «Тамыр» телеканалы төшөргән фильмды тәүгеләрҙән булып яугирҙың яҡташтары ҡараны. 

Яугир тыуған яғына шатлыҡлы күҙ йәштәре аша ҡайтты. Шатлыҡлы. Сөнки тиҫтәләрсә йылдан һуң сержант Хәйбулла Хисмәтуллин, ниһайәт, Кесе Ватанында тыныслыҡ тапты. Күгәрсен районында тыуып-үҫкән яугир 228-се штурм авиация дивизияһының 694-се штурм авиация полкы летчигы булып хеҙмәт иткән.

1942 йылда яҡындары алған «ҡара ҡағыҙ»ҙа Хәйбулла Хисмәтуллин дошмандың 26 танкыһын, 22 автомашинаһын һәм бер самолетын юҡ итеүе тураһында бәйән ителгән. Ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр «Тамыр» телеканалы тарафынан төшөрөлгән документаль фильмда сағылыш тапҡан.

Тарихи сығанаҡтар буйынса, 19 йәшлек Хәйбулла Хисмәтуллиндың Сталинград өсөн алышта һәләк булыуы мәғлүм. Тик яугирҙың ҡайҙа ерләнеүе яҡындарына билдәһеҙ була. 78 йылдан һуң, Көйөргәҙе районы «Ҡаһарманлыҡ» эҙәрмәндәр отряды тарафынан яҡташыбыҙҙың һуңғы төйәге табыла. Быға күп һанлы эҙләнеүҙәр, тарихи сығанаҡтарға мөрәжәғәт итеүҙәр булышлыҡ иткән.

Сталинград алышында һәләк булған яҡташыбыҙ былтыр тыуған яҡтарына ҡайтты. Шаңдау булып. Хәйбулла Хисмәтуллинға арналған фильм премьераһынан һуң, тамашасылар летчик-штурмлаусы ерләнгән урынға зыярат ҡылды. Яугир ҡаһарманлығы онотолмай. Таҡтаташҡа ғына түгел, ул тарихҡа уйылып яҙылған.

Азат Ғәлиуллин

https://bash.news/bash/news/176292-78-yyldan-khun-tabylgan-kakharman-yaktashybyz-turakhynda-film-tesherelgen
78 йылдан һуң табылған ҡаһарман яҡташыбыҙ тураһында фильм төшөрөлгән
78 йылдан һуң табылған ҡаһарман яҡташыбыҙ тураһында фильм төшөрөлгән
Автор:
Читайте нас: