-4 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
28 Апреля , 07:38

Өфөлә «Мин ҡайтырмын» спектакленең премьераһы үтә

29 апрелдә Милли йәштәр тепатрында күңелгә үтеп ингән һәм тәрән мәғәнәле, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған «Мин ҡайтырмын» спектакленең премьераһы үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә «Мин ҡайтырмын» спектакленең премьераһы үтәӨфөлә «Мин ҡайтырмын» спектакленең премьераһы үтә
Өфөлә «Мин ҡайтырмын» спектакленең премьераһы үтә

Был уникаль ҡуйылышты ике коллектив артистары тәҡдим итте: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған коллективы - «Күңел күҙе» халыҡ инклюзив театры һәм «Театраль Волга буйы» балалар һәм йәштәр театр коллективтары фестиваленең 2023-2024 йылдарҙағы финалистары «Табын» халыҡ ижады коллективы.

Сценарий авторҙары: Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов, Республиканың халыҡ сәсәне, ғалим Розалия Солтангәрәева, Ирада Аҫылбаева. Шиғыр авторҙары: Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина. Шиғырҙарҙы тәржемә итеүселәр: Андрей Расторгуев һәм Мәмәт Хәлилов. Композитор: Арслан Әхмәтов. Яҡтылыҡ буйынса рәссам: Әмил Исмәғулов, хореограф - Азалия Хәлиуллина.

«Мин ҡайтырмын» спектакле – ул ябай бер ҡуйылыш түгел. Ул – тере тауыштар, фронттан килгән ысын хаттар, әсәләрҙең саф йәштәре, ҡатындарҙың өмөтө, балаларҙың ышанысы. Был иҫкә төшөрөү: тормош – иң ҙур ҡиммәт, һәм беҙ мөмкин булғанса – яратырға, иҫләрлек, хупларға тейешбеҙ. Бөтә артистарға һәм ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерәм. Бик ҙур эш башҡарылды», – тине спектаклдең режиссеры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илнур Локманов.

Автор:
Читайте нас