-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
6 Февраль , 10:49

Өфөлә "Эшелон" спектакле күрһәтелә

Уны бушлай килеп ҡарарға мөмкин.

Өфөлә "Эшелон" спектакле күрһәтелә
Өфөлә "Эшелон" спектакле күрһәтелә

"Театрлы Волга буйы" фестиваленең республика этабында йәштәр номинацияһында еңеү яулап, финалға сыҡҡан "Лики" театры М.Рощиндың "Эшелон" повесы буйынса ҡуйылған спектакль тәҡдим итә. Коллектив "Башҡортостан" дәүләт концерт залында эшләп килә. Тамашаны ошо мәҙәниәт учреждениеһының Кесе залында 10 февралдә бушлай килеп ҡарарға була.


Режиссеры – Анжелика Рамазанова. Төп ролдәрҙә – Татьяна Данилова, Камилла Мөлөкова, Динис Ҡәнзәфәров, Арсений Хрущёв.


Спектаклгә килер өсөн ошо һылтанма аша теркәлергә генә кәрәк: https://rcntrb.timepad.ru/event/3792376/#register


Балалар театрҙары араһында республикабыҙ исеменән Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайының "Этюд" вокал-театр студияһы сығыш яһай. Улар Владимир Железниковтың киң билдәле "Ҡарасҡы" ("Чучело") әҫәре буйынса инсценировка ҡуя.

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

Автор:
Читайте нас