-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
27 Август 2025, 09:43

Донбасс төтөнө һеңгән тәре

Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә хәрби хәбәрселәрҙең түңәрәк өҫтәле үтте. Унда Гүзәл Хәмитова ла ҡатнашты. Ул инде ун тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайтҡан.

Донбасс төтөнө һеңгән тәре
Донбасс төтөнө һеңгән тәре

- Был хеҙмәт командировкалары ла, гуманитар миссия менән сәфәрҙәр ҙә, — ти Гүзәл Сулпан ҡыҙы. - Яугирҙәр менән даими бәйләнештә торам. Әгәр берәй нәмәгә мохтажлыҡ килеп тыуһа, шунда уҡ гуманитар ярҙам ойошторам. Күптән түгел «квадрик» өсөн шиналар һәм тәгәрмәстәр ебәреүҙәрен һоранылар. Беҙҙә тотош система төҙөлгән дә инде. Сәйәхәт барышында геройҙарыбыҙ тураһында документаль фильмдар төшөрәбеҙ, был беҙҙең бурыс.

Гүзәл Хәмитова әйтеүенсә, хәрби шарттарҙа, ирҙәр коллективында ул үҙен яҡын кешеләре араһындағы кеүек тоя.

- Минең бик аралашыусанмын, - тип уртаҡлашты журналист. - Һәм еңел яраҡлашам. Беренсе тапҡыр килгәс тә, мин был оҡшауын шунда уҡ аңланым. Эш шунда, мин хәрби тематикала, хәрби фильмдарҙа үҫтем.

25 августа хәрби хәбәрсе, “Башҡортостан” телеканалы редакцияһы етәксеһе Гүзәл Хәмитова РФ оборона министры урынбаҫарының рәхмәт хатына лайыҡ булды. Награданы уға Рәсәй Геройы Денис Чернавин тапшырҙы. Үҙ сиратында Гүзәл Сулпан ҡыҙы Денис Чернавинға "Державный покров" тәреһен тапшырҙы.

- Был хәрби икона, - тип һөйләне Хәмитова. - Ул Өфө артеле менән эшләнгән, мин шундайҙы яугирҙәребеҙгә алып барам. Ә Денис Юрьевичҡа бүләк ителгән икона күптән түгел Донбасстан ҡайтты. Ул унда бер айҙан ашыу булды һәм төтөн еҫе һеңгән, беҙ уны йыуырға ла теләмәйбеҙ. Был икона ҙур миссия үтәй.

Фото: фестивалдең матбуғат хеҙмәтенән.

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2025-08-26/g-z-l-h-mitova-r-s-y-geroyyna-donbass-t-t-n-e-g-n-t-rene-tapshyr-y-4362886

 

Донбасс төтөнө һеңгән тәре
Донбасс төтөнө һеңгән тәре
Донбасс төтөнө һеңгән тәре
Донбасс төтөнө һеңгән тәре
Автор:
Читайте нас