– Ете йыл элек «Мин Ржев янында үлтерелдем» («Я убит подо Ржевом») фильмын төшөрөүҙә ҡатнаштым. Фильм төшөрөү командаһы менән белорет полкы һуғышҡан Ржев эргәһенә барып, эҙәрмәндәр һәм урындағы халыҡ менән аралаштыҡ. Эҙәрмәндәр беҙгә каска бүләк итте, хәҙер ул музейҙа һаҡлана. Һәр килеүсегә был каска окоптан, алыштарҙан ҡайтҡанлығын һөйләйем. Бәлки, уны яҡташтарыбыҙҙың береһе кейгәндер, - тип һөйләй ир.
Дмитрий әйтеүенсә, уның Рәсәйҙә иң ҙур мотоциклдар коллекцияһы бар. Һуңғы йылдарҙа спорт автомобилдәрен маҡсатлы йыя. Мәҫәлән, экспонаттар иҫәбендә – Советтар Союзының иң тиҙ йөрөшлө “Эстония” автомобиле. Унда Башҡортостан уҙышсыһы йөрөгән: автомобиль ӨФӨ моторҙар эшләү производство берекмәһе командаһында булған, хатта двигателе ошо заводта етештерелгән.
Белорет кешеһе коллекцияны 25 йылдан ашыу йыя. Беренсе экспонат тип кобураны атарға мөмкин, ул уны балалар баҡсаһына йөрөгән сағында уҡ маркаларға алмаштыра. Шул саҡта уҡ үҙенсәлекле тарихлы предметтарға ынтылышым булған, ти. Хәҙер галереяла төрлө ғәскәр формаһында 50-нән ашыу манекен бар. Коллекцияға ҡайыштары, кителдәре һ.б. булған тулы комплекттар ғына эләгә. Күргәҙмәлә МХО яугирҙары алып килгән әйберҙәр ҙә бар.
Экспозицияла белорет егетенең ҙур коллекцияһының бик бәләкәй өлөшө генә ҡуйылған. Уны тулыһынса «Дмитрий Николаев галереяһында»ғы күргәҙмәлә күрергә мөмкин.
Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә махсус экспозициялар Өфөлә һәм республиканың күп кенә ҡалаларында һәм райондарында асылды. Дөйөм алғанда, Башҡортостандың бөтә мөйөштәрендә фестиваль сиктәрендә 300-гә яҡын сара планлаштырылғайны.
Дмитрий Николаевтың фотоһы.