Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә “Рәсәйҙе яңынан асабыҙ. Бергә” күргәҙмәһе асылды. Ул Рус география йәмғиәтенең 180 йыллығына арналған.
Экспозицияла М. Греков исемендәге хәрби рәссамдар студияһы ағзаларының һәм М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡланған эштәр урын алған.
Рәссам Андрей Дареев әйтеүенсә, Башҡортостан уның өсөн илһам сығанағы булып тора. Өфөлә тәүге тапҡыр булһа ла, йыл һайын Белорет районына килә икән. Бында рәссамдар урындағы халыҡ менән таныша, ҙур картиналар яҙа. Тап беҙҙең ерлектә башҡарылған эштәр тамашасыларға бик оҡшай.
Студия ағзалары махсус хәрби операцияла ла эшләй. Улар яугирҙәр менән аралаша, тәьҫораттарын картиналарҙа сағылдыра.