Өфөлә армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә «Геройҙар ваҡыты» IV Бөтә Рәсәй асыҡ патриотик йыр конкурсы үтә.
Быйыл 31 төбәктән 232 ғариза ҡабул ителгән. Ярымфиналға Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Һамарҙан, Улан-Удэнан һәм Һарытауҙан 19 ҡатнашыусы сыға.
Нур Дауытов, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор һәм пианист, конкурс ойошторолғандан алып уның алыштырғыһыҙ жюри ағзаһы.
"Йыл һайын ул бер аҙ үҙгәрә, ләкин баһалау критерийҙары түгел: был профессионализм, дөрөҫлөккә ынтылыу, — тип һөйләне Нур Әсғәт улы. — Жюри ағзалары алдындағы төп ҡатмарлыҡ – юғары кимәлдәге материалдың күп булыуы һәм иң яҡшыһын һайлап алыу.
Уҙған йылдарҙың сағыу эштәре хаҡында һөйләгәндә, маэстро яҡташыбыҙ Олег Миңлеғәлиев яҙған «31-се полк "Башҡортостан" йыр-маршын айырып әйтеп үтте.
Башҡортостандың халыҡ артисы Алена Завьялова өсөн йыр конкурсы жюри ағзаһы булараҡ – дебют була.
"Беҙ вокал кимәлен генә түгел, ә йырҙарҙы, музыканы, һүҙҙәрҙе, дөйөм тәьҫоратты ла баһаланыҡ», — тип аңлатты Алена.
Уның алдында, башҡа судьялар алдында кеүек үк, еңел булмаған бурыс тора: бөтөнләй төрлө эмоциональ кисерешле эштәрҙе сағыштырыу һәм баһалау. Ысынлап та фронтта яҙылған кеүек, һуғышсан, лирик, күңелгә үтеп инерлек йырҙар ҙа бар, мәҫәлән, мәктәп уҡыусыһының Ер шарындағы тыныслыҡ тураһындағы йыры кеүек.