-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
26 Август 2025, 22:05

Еңеүҙәр яу яланында ғына түгел, мәғлүмәт фронтында ла кәрәк

Еңеүҙәр яу яланында ғына түгел, мәғлүмәт фронтында ла кәрәк

“Йондоҙ” (“Звезда”) каналы алып барыусыһы һәм “Еңеүселәр вариҫтары” мәҙәни-тарихи хәтерҙе һаҡлау фонды президенты Ирина Лосик 21 - 27 августа Өфөлә үткән “Армия мәҙәниәте көндәре”ндә ҡунаҡ булды. Бөгөн ул республиканың махсус хәрби операция темаһын яҡтыртыусы хәрби хәбәрселәре һәм журналистары менән осрашты.

– Бөгөн журналистар алдында еңел булмаған бурыс тора — кешеләргә дөрөҫлөктө еткереү, ысын геройҙар тураһында һөйләү. Хәрби журналистика - ул һәр ҡоралдан ҡеүәтлерәк булған йомшаҡ көсКоллегаларыбыҙ алдынғы мәғлүмәт фронтындаУларға ҡаршы юғары профессиональ һәм сикһеҙ дошман тора. Бөгөн беҙҙең телеканалдың бер нисә төшөрөү төркөмө махсус хәрби операция биләмәһендә эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире ҡайта алмағандар ҙа бар, — тип билдәләне телевидение алып барыусыһы.

Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев иһә журналистарға махсус хәрби операция башланғандан алып республикала “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортонан, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан, Башҡортостан юлдаш телеканалынан хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә даими командировкаларға сығып, республикабыҙ халҡы өсөн дөрөҫлөктө табыусы журналистар пулы барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне.

– Федераль коллегалар менән бәйләнештә булыу һәм ошо хәҡиҡәтте нисек һаҡлап ҡалыу тураһында һөйләшеү бик мөһим икәнен аңлайбыҙ. Бөгөнгө осрашыу ошоға арналған, – тип аңлатты ул.

Максим Ульчев хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса илдә хәрби хәбәрселәр тураһында закон ҡабул иткән тәүге төбәк. Хәҙер хәрби журналистарҙың хоҡуҡи статусы ҡануни рәүештә нығытылған, уларға республика ярҙам саралары ҡаралған.

Башҡортостанда 34 хәрби хәбәрсе бар. Ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған профессиональ эштәре өсөн улар Миңлеғәле Шайморатов миҙалы һәм ордены менән бүләкләнгән. Әлеге ваҡытта дүрт журналист махсус хәрби операция биләмәһендә эшләй. Уларҙың икәүһе, Башҡортостан юлдаш телеканалы журналистары Азат Саҙрыев Һәм Айнур Кәбиров, видеоэлемтә аша осрашыуҙа ҡатнашты.

— Беҙҙән бында булыу ҡурҡыныс түгелме, тип йыш һорайҙар, – тип һөйләне Азат Саҙрыев. – Әлбиттә, ҡурҡыныс була. Төрлө урында көтөлмәгән хәл килеп тыуыуы ихтимал. Тик аҡыллылыҡ күрһәтергә һәм, эксклюзив кадрҙар өсөн, донъяңды онотоп, ниндәйҙер ҡыҙыу урындарға ынтылмаҫҡа кәрәк. Беҙ үҙебеҙ ҙә контрбәрелештәрҙе һынап ҡараныҡ, ут аҫтында эшләнек. Әммә хәҡиҡәтте һөйләр өсөн беҙ бында булырға тейешбеҙ. Еңеүҙәр яу яланында ғына түгел, мәғлүмәт фронтында ла кәрәк.

"Беренсе гуманитар ярҙам менән 2022 йылдың мартында беҙ махсус хәрби операция биләмәһенә командировкаға киттекБыл инде 12-се сәфәр. Беҙ исемле батальондарыбыҙҙың ғына түгел, мобилизацияланған яугирҙәребеҙҙең дә эшен яҡтыртабыҙ. Яугирҙәр беҙҙе көтә, беҙҙең водитель навигаторһыҙ яугирҙәребеҙ урынлашҡан урынға барып етә ала», — тип һөйләне видеоэлемтә аша Азат Саҙрыев.

Сара барышында әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә командировкала булған Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов менән “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәковтың видеояҙмаһы күрһәтелде.

"Республика Журналистар союзы рәйесе Вәдут Исхаҡов менән Запорожьенан сәләмләйбеҙ. Яугирҙәр менән осрашабыҙ. Тиҙҙән мәғлүмәт агентлығы геройҙарыбыҙҙың тарихтарын баҫтырасаҡ. Бында эҫе, бөтә ерҙә лә РЭБ саралары һәм дрондар эшләй. Ошо сәбәптән оҙаҡ ваҡыт бәйләнешкә сығыу мөмкин булманы. Әле FPV-дрондарҙың эшенә шаһит булдыҡ. Бәхеткә күрә, беҙ тере һәм иҫән. Был мәлде камераға ла, диктофонға ла төшөрөргә тырыштыҡ. Яугирҙәрҙән хәрби рухкөс-ҡеүәт һәм еңеүгә ынтылыш урғылып тора. Башҡортостанға, республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, ирекмәндәргә, тылға һәм журналистарға сәләм тапшыралар. Бында фәһемле һәм һөйләргә кәрәкле нәмәләр бар. Беҙҙең менән Рәсәй, Башҡортостан, Өфө һәм хеҙмәттәштәребеҙ. Барыһы ла яҡшы буласаҡӨфөлә осрашырбыҙ", - тине Эдуард Ҡусҡарбәков.

Осрашыуҙа махсус хәрби операция биләмәһендә командировкала булған, шулай уҡ гуманитар ярҙам менән барған, уны ойоштороу менән даими шөғөлләнгән журналистар ҡатнашты. Улар араһында “Башҡортостан” телеканалы редакцияһы етәксеһе Гүзәл Хәмитова, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, Баймаҡ районының “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе Лилә Таҡаева, “Башҡортостан” телеканалының оператив контенты редакцияһы мөхәррире Ильяс Батыргәрәев, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров, телевидение операторы Вадим Исламов кеүек хеҙмәттәштәребеҙ бар ине. Улар киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең махсус хәрби операцияға индергән өлөшө, халыҡҡа еткерелергә тейеш мәғлүмәттәр тураһында һөйләне.  

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Еңеүҙәр яу яланында ғына түгел, мәғлүмәт фронтында ла кәрәк
Еңеүҙәр яу яланында ғына түгел, мәғлүмәт фронтында ла кәрәк
Еңеүҙәр яу яланында ғына түгел, мәғлүмәт фронтында ла кәрәк
Еңеүҙәр яу яланында ғына түгел, мәғлүмәт фронтында ла кәрәк
Автор:
Читайте нас