Бөгөн, фестивалдең бишенсе көнөндә, Октябрьский ҡалаһында РФ Оборона министрлығының ижади коллективтары — А.В. Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле, Стратегик тәғәйенләнештәге Ракета ғәскәрҙәренең «Ҡыҙыл йондоҙ» йыр һәм бейеү ансамбле, Ленинград хәрби округының фронт ижади бригадаһы гастролдәренең сираттағы концерты була.
Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле үҙенең программаһын Салауатта тәҡдим итәсәк, ә «Рубин йондоҙо» фронт ижади бригадаһы Өфөлә, һуғыш ветерандарының Республика клиник госпиталендә концерт менән сығыш яһаясаҡ.
Фестивалдең эшлекле программаһы сиктәрендә Ирина Владимировна Лосик (журналист, «Йондоҙ» телеканалы алып барыусыһы, «Еңеүселәр вариҫтары» мәҙәни-тарихи хәтерҙе һаҡлау фонды президенты) ҡатнашлығында республика хәрбиҙәре һәм журналистары осрашыуы үтәсәк.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Зөһрә Бураҡаева пьесаһы буйынса Хөрмәтулла Үтәшев ҡуйған «Ат уйнатып алдан бара» спектакле күрһәтелә.
Өфөнөң Совет майҙанында «Геройҙар ваҡыты» IV Бөтә Рәсәй асыҡ патриотик йыр конкурсының ҙур концерт-ярымфиналы үтәсәк. Фестиваль ҡунаҡтары алдында конкурстың ярымфиналы һәм үткән йылдарҙа еңеүселәр, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада-джаз оркестры һәм “Павильон” төркөмө сығыш яһай.
18.00 сәғәттә башлана, инеү ирекле.