-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
26 Август 2025, 22:35

"Армия мәҙәниәте көндәре" конкурсының иң кескәй ҡатнашыусыһы - Саратовтан 13 йәш

Совет майҙанында - "Геройҙар дәүере "!

 

"Армия мәҙәниәте көндәре" конкурсының иң кескәй ҡатнашыусыһы - Саратовтан 13 йәшлек мәктәп уҡыусыһы!

 

26-27 август көндәре Өфөнөң Совет майҙанында 4-се тапҡыр "Геройҙар дәүере" Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсы үтәсәк. Быйыл ул ҙур сара - Армия мәҙәниәте көндәренә арнала.

Фестивалдә ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта: был юлы ойоштороу комитетына илдең 31 төбәгенән 232 ғариза килгән. Конкурстың үҙенсәлеге шунда: унда төрлө йәштәге авторҙар һәм башҡарыусылар ҡатнаша ала. Мәҫәлән, 2025 йылда иң йәш ҡатнашыусы - Һарытауҙан 13 йәшлек Елизавета Саксельцева. Ул тамашасыларға үҙе ижад иткән «Беҙҙең бәләкәй планета» йырын тәҡдим итәсәк.

Шулай уҡ йыр конкурсында Стәрлетамаҡтан «Павильон» рок-төркөмө ҡатнашасаҡ. Коллектив менән махсус хәрби операция ветераны Илья Столетов етәкселек итә. Музыканттар махсус хәрби операцияның башынан алып яугирҙарға ярҙам итә: хәрби частарҙа, госпиталдәрҙә сығыш яһайҙар.

 

Ярымфиналға Улан-Удэ, Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Һарытау кеүек ҡалаларҙан бөтәһе 19 ҡатнашыусы инә. 27 августа үтәсәк финалда өс номинацияла еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнәсәк: "Авторлыҡ йыры", "Композитор", "Һүҙҙәр авторы".

 

Абруйлы ҡунаҡтар ҙа саҡырылған сараға. Улар - Көньяҡ хәрби округының «Рубин йондоҙо» фронт бригадаһы һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина.
Ольга Кормухина шулай уҡ баһалама ағзалары составын етәкләйәсәк, шулай уҡ был составта - композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы Нур Дауытов, йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Иҙрис Ғәзиев, шағирә Кристина Андрианова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Алена Завьялова.

 

❗26 һәм 27 август көндәре Совет майҙанында көтөп ҡалабыҙ!
Башлана: 18.00 сәғәттә. Инеү ирекле.
0+.

"Армия мәҙәниәте көндәре" конкурсының иң кескәй ҡатнашыусыһы - Саратовтан 13 йәш
"Армия мәҙәниәте көндәре" конкурсының иң кескәй ҡатнашыусыһы - Саратовтан 13 йәш
Автор:
Читайте нас