+9 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
24 Августа 2025, 18:55

«Йырҙа - батырлыҡ, бейеүҙә - ҡыйыулыҡ!"

Ике легендар коллектив - Өфөнөң "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле һәм Екатеринбургтан үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле Өфөлә «Армия мәҙәниәте көндәре" сиктәрендә берлектәге программа менән сығыш яһаны.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Йырҙа - батырлыҡ, бейеүҙә - ҡыйыулыҡ!"«Йырҙа - батырлыҡ, бейеүҙә - ҡыйыулыҡ!"
«Йырҙа - батырлыҡ, бейеүҙә - ҡыйыулыҡ!"

Үҙәк хәрби округ ансамбле Рәсәйҙең иң боронғо армия коллективтарының береһе. Уның репертуарында патриотик йырҙар, халыҡ бейеүҙәре, хәрби марштар һәм һалдаттарҙың батырлыҡтары тураһында әҫәрҙәр бар. «Мираҫ» ансамбле — башҡорт мәҙәниәтенең визит карточкаһы. Ул сағыу вокаль-хореографик композициялары, ҡеүәтле вокалы, оркестр музыкаһы һәм халыҡ бейеүҙәре менән дан тота.

 

Уларҙың берлектәге сығышын тамашасылар тәүге тапҡыр 24 августа Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә үтте. Программала халыҡ көйҙәре, хәрби марштар һәм лирик композициялар, батырлыҡты һәм Ватанға һөйөүҙе данлаған дәртле бейеүҙәр ҡаралғайны.

 

Концертты "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле “Илкәйем” вокал-хореографик композицияһы менән асып ебәрҙе. “Порт Артур” йырын ансамблдең хоры бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Юлай Ҡасимовтың ҡурай көйөнә башҡарҙы. Артабан концерт “Маршрут”, “Ҡул эше оҫталары”, «Бер ғаиләлә» дуҫлыҡ бейеүе кеүек сығыштары менән үрелеп барҙы.  

Тамашаның икенсе өлөшөн Екатеринбургтан үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле үҙҙәренең хәрби-патриотик йырҙары, бейеүҙәре менән дауам итте.

Коллективта ҡатнашыусыларҙың күбеһе – Башҡортостанда тыуғандар.

 

Республика мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ансамблдең сығыштары хореография, вокал сәнғәте һәм инструменталь жанрҙың синтезынан ғибәрәт.

 

- Армия мәҙәниәте көндәре үҙәк хәрби округ биләмәһендә үтеүенә шатбыҙ, - тип билдәләне художество етәксеһе, подполковник Антон Шолохов. - Коллективта ҡатнашыусыларҙың күбеһе Башҡортостан Республикаһынан. Бөгөн артистарҙың бер өлөшө МХО биләмәһендә эшләй. Гастролдәрҙән һуң Екатеринбургҡа ҡайтҡас, шунда китәм. Хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙең мораль-психологик рухын һаҡлау буйынса эш туҡтамай.

 

Ансамбль артисы, ефрейтор Роберт Гәрәев Башҡортостанда тыуған. Тәүҙә Борай ауылында бейей, һуңынан Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжына уҡырға инә. Һуңынан Питерҙағы Көнбайыш хәрби округының йыр һәм бейеү хәрби ансамбленә эләгә. Ә һуңынан ул үҙәк хәрби округында шундай уҡ ансамбль барлығын белә, шул ваҡыттан алып Роберт Гәрәев бында ике йыл эшләй.

 

Һәр саҡ,гастролдәргә килгәндә хәрбиҙәрҙе, уларҙың йонсоған, хәлһеҙләнгән йөҙҙәрен күрәһең, уларҙың ҡайһы берҙәре һуғыш яланынан яңы ғына ҡайтҡан була... Һәм шул мәлдә йәш артистар килеп, концерттар бирһә, уларҙың күҙҙәре шунда уҡ яҡтырып китә. Беҙҙең концерт хөәрбиҙәрҙең рухын күтәрергә ярҙам итә, - ти Роберт Гәрәев.  Мәҙәниәт һәм армия бер бөтөн.

 

Ансамблдә ҡатнашыусыларҙың береһе – Нефтекаманан Эмиль Шумский. Ул, Роберт кеүек үк, Р.Нуриев исемендәге колледжды тамамлай. Ансамбль менән контрактҡа Екатеринбургта армия хеҙмәт ваҡытында ҡул ҡуя. Ике аҙнанан коллектив менән МХО биләмәһенә юллана.

«Йырҙа - батырлыҡ, бейеүҙә - ҡыйыулыҡ!"
«Йырҙа - батырлыҡ, бейеүҙә - ҡыйыулыҡ!"
«Йырҙа - батырлыҡ, бейеүҙә - ҡыйыулыҡ!"
«Йырҙа - батырлыҡ, бейеүҙә - ҡыйыулыҡ!"
«Йырҙа - батырлыҡ, бейеүҙә - ҡыйыулыҡ!"
«Йырҙа - батырлыҡ, бейеүҙә - ҡыйыулыҡ!"
Автор:
Читайте нас