

Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театры хеҙмәткәре Алина Сабитова үҙенең хис-тойғолары менән уртаҡлашты: «Картиналар ғәҙәти түгел, улар мине күңел төпкөлдәренә тиклем тулҡынландырҙы. Хатта күҙ йәштәремде тыя алманым. Марченконың персонаждары, МХО яугирҙарының, күҙҙәрендә ҡанһыҙлыҡ юҡ. Улар донъяға ихласлыҡ һәм иман менән ҡарай. Был портреттарҙа мин яҡтылыҡ һәм үҙенә башҡа энергия тоям. Улар үҙ иле өсөн көрәшкән ысын, тере, көслө кешеләр».
Алинаға иң йәш герой Саша Сергеевтың портреты айырыуса тәьҫир итә.
Өфөлә армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ойошторолған «Беҙҙең заман геройҙары» һәм «Донбасс күмере. Еңеү йөҙө» күргәҙмәләре Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында 25 авгусҡа тиклем эшләй.