+15 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
23 Августа 2025, 18:55

БР дәүләт оркестры директоры «Был йырҙарҙы беҙ әсә һөтө менән һеңдерҙек»

Артур Нәзиуллин «Көҙ романтикаһы» фестиваленең беренсе көнөнән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

БР дәүләт оркестры директоры «Был йырҙарҙы беҙ әсә һөтө менән һеңдерҙек»БР дәүләт оркестры директоры «Был йырҙарҙы беҙ әсә һөтө менән һеңдерҙек»
БР дәүләт оркестры директоры «Был йырҙарҙы беҙ әсә һөтө менән һеңдерҙек»

Быйыл III «Көҙ романтикаһы» халыҡ-ара классик музыка фестивале Башҡортостанда тәүге тапҡыр армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә уҙғарыла. Беренсе көн программаһында – маэстро Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостандың дәүләт оркестры һәм танылған солистар: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Василий Ладюк, Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы Оксана Волкова башҡарыуында һуғыш йылдарындағы яратҡан йырҙар.

 

- Фестиваль Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған, һәм беҙ уны бөтәһенә лә яҡшы таныш һәм бер кемде лә битараф ҡалдырмаған йырҙар менән асабыҙ, - тип уртаҡлашты БР дәүләт оркестры директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Нәзиуллин. Беҙ уларҙы әсә һөтө менән һеңдерҙек, һәм, минеңсә, уларҙы бергәләп йырлайбыҙ, илайбыҙ, юғалтыуҙарҙың әселеген иҫкә төшөрәбеҙ, һәм ғәҙеллек тантана итеүенә шатланабыҙ.

 

23 августа Совет майҙанында БР дәүләт оркестры менән бергә Бөйөк Британиянан саҡырылған ҡунаҡ — Пианист Фредерик Кемпф сығыш яһаны, ул Петр Чайковскийҙың беренсе фортепиано концертын башҡарҙы, ә концерттың икенсе бүлегендә Дмитрий Шостаковичтың билдәле «Ленинград» симфония яңғыраны. 24 августа ҡунаҡтар рус һәм башҡорт академия композиторҙар мәктәбенең симфоник шедеврҙарын ишетәсәк.

Автор:
Читайте нас