+15 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
22 Августа 2025, 16:20

Ижади бригадалар гастролдәре

Башҡортостанда Рәсәй Оборона министрлығы хәрби округтарының ижади бригадалары гастролдәре башланды.

Ижади бригадалар гастролдәреИжади бригадалар гастролдәре
Ижади бригадалар гастролдәре

Бөгөн улар Стәрлетамаҡ ҡалаһында сығыш яһай. Ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршы алдылар, бауырһаҡ һәм ҡымыҙ менән һыйланылар.

Ҡала мәҙәниәт һарайында Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының һәм Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең ижади коллективтары, Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә иҫ китмәле концерт менән сығыш яһай.

Программала патриотик йырҙар һәм композициялар, ҡаһарманлыҡты данлаған сығыштар, башҡорт мәҙәниәтенең сағыу номерҙар ҡаралған.

Артабан ҡунаҡтар Армия мәҙәниәте көндәрендә Өфөлә, Сибайҙа, Нефтекамскиҙа, Белоретта һәм Октябрьскийҙа сығыш яһаясаҡ.

 

Армия мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыусылар фронт янындағы көнкүреш тураһында һөйләй.

 

Стәрлетамаҡта гастролдәрҙе башлаған Рәсәй Оборона министрлығының хәрби округтары ижади бригадаһы составына Сибай филармонияһы солистары «Фортуна» һәм «Заман» ҡушаматлы яугирҙар инде. Мобилизация башланғас улар «Шайморатов генерал» йыры менән МХО зонаһына юллана һәм шул ролик илдең бөтә социаль селтәрҙәрен һәм сәйәси ток-шоуҙарын урап үтә.

 

Егеттәр һөйләүенсә, Ҡазанда, һуңынан Ростовта эштәрҙе яйға һалғандан һуң, улар фронтҡа ебәреүҙе көтә, һәм был видео тәьҫирендә Оборона министрлығы МХО зонаһында беренсе ижади бригада булдырырға ҡарар итә. Мәҫәлән, был роликта ҡатнашыусы ун ике кешенең алтауһы концерт бригадаларына эләгә. Ҡалғандары хәрби подразделениеларға алғы һыҙыҡҡа китә.

 

Хәҙер фронтта Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән дүрт концерт бригадаһы эшләй. Сибай егеттәре хәрби юлды ноябрь аҙағында Херсон өлкәһендә башлай. Һуңынан Запорожье, Луганск Халыҡ республикаһы буйлап юлланалар... Хәҙер улар дәүләт сиген: Курск, Брянск, Белгород өлкәләрен урап үтә. 2022 йылдың ноябренән алып улар бөтә фронттарҙа ике меңдән ашыу концерт бирә. Башҡа көндәрҙә иртә таңдан төнгә тиклем ун ике концерт бирергә тура килә. Бөгөнгө программала улар «Песня фронтовых артистов», «От героев былых времён», «Башҡорт батырҙары», «Дәрүиш» төркөмө репертуарынан «Уралыбыҙ» дуэтын башҡарҙы.

Ижади бригадалар гастролдәре
Ижади бригадалар гастролдәре
Ижади бригадалар гастролдәре
Ижади бригадалар гастролдәре
Ижади бригадалар гастролдәре
Ижади бригадалар гастролдәре
Автор:
Читайте нас