+15 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
22 Августа 2025, 15:23

Хәрби рәссамдар Өфөлә Еңеү йөҙөн һынландырҙы

"Армия мәҙәниәте көндәре" сиктәрендә Юрий Сивачевтың «Заман геройҙары» һәм Сергей Марченконың "Донбасс күмере. Еңеү йөҙө" экспозициялары асылды. Ике күргәҙмә лә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтә. Рәссамдарҙың күп эштәре туранан-тура яу яланында башҡарылған, төшөрөлгән этюдтарҙан ғибарәт. Башҡа картиналарҙа яугирҙарҙың, ирекмәндәрҙең, ветерандарҙың портреттары һүрәтләнгән.

Хәрби рәссамдар Өфөлә Еңеү йөҙөн һынландырҙыХәрби рәссамдар Өфөлә Еңеү йөҙөн һынландырҙы
Хәрби рәссамдар Өфөлә Еңеү йөҙөн һынландырҙы

- Беҙҙең проект, һуғыш яланынан күп саҡрымдар алыҫта ятҡан ватандаштарыбыҙ картиналарҙағы геройҙарҙың күҙҙәренә ҡарап, был кешеләрҙең уй-фекерҙәрен күреүен, уларҙың тауыштарын ишетеүен һәм уларға таяныс булырға кәрәклекте аңлатыу өсөн булдырылды, - тип билдәләне Сергей Марченко

Уның күсмә экспозицияһында шағир-фронтовик Сергей Лобанов, һәләк булған водитель яҙыусы Захар Прилепин, Александр Шубин ("Злой") һәм башҡа хәрбиҙәрҙең портреттары бар. Ә Юрий Сивачевтың картиналарында Башҡортостандан МХОла ҡатнашыусылар - актер Илнур Сәфәров, йырсылар Әлфир Заманов, Фларид һәм Фидан Бирғәлиндар һүрәтләнгән.

Ведомствоның мәҙәниәт департаментының мәҙәни программалар бүлеге начальнигы Ольга Фаллер билдәләүенсә, был рәссамдар тарихи хәҡиҡәтте аҡлау, илебеҙҙең бөтә геройҙарының хәтерен мәңгеләштереү өсөн эшләгән.

Рәсәй ҡораллы көстәренең мәҙәниәтен популярлаштырыуға индергән шәхси өлөшө өсөн Сергей Марченкоға бөгөнгө тантанала РФ Оборона министрлығының «Гректар рәссамы» миҙалы тапшырылды.

 

БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова фекеренсә, беҙҙең республикала рәссамдарҙың эштәренә ҡыҙыҡһыныу арта, ә уларҙың экспозицияларын асыу Армия мәҙәниәте көндәрен сағыу ваҡиғалар менән тулыландыра.

— Махсус хәрби операция темаһы форумдың бөтә саралары аша үтә. Беҙ тарихи факттарҙы иҫкә төшөрәбеҙ, Бөйөк Ватан һуғышы хәтирәләрен иҫкә төшөрәбеҙ. Һәр беребеҙ Рәсәй сиктәрен һаҡлауҙа ярҙам күрһәтер, үҙ көсөн индерер, тип ышанам, — тине Әминә Ивниевна.

 

Юрий Сивачев Рәсәй художество Академияһының ағза-корреспонденты, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, хәрби хәрәкәттәр ветераны.

 

Сергей Марченко Мәскәү рәссамдар союзы һәм Рәсәй рәссамдар ижади союзы ағзаһы, күп һанлы Рәсәй һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнашыусылар улар.  Эштәре бөтә донъя сәнғәтен яратыусыларҙың музейҙарында һәм шәхси коллекцияларында һаҡлана.

 

Рәссам Юрий Сивачев Башҡортостандан МХО яугирҙары уны таң ҡалдырғанын һөйләне:

 

- Башҡорт егеттәре - иҫкиткес егеттәр! Мине Фидан Бирғәлин һәм уның бер туған ағаһы Фларидтың тарихы тетрәндерҙе. Фидан беҙҙең бригадала 2023 йылдың аҙағына тиклем була, ә һуңынан, яңылышмаһам, мотоуҡсылар ғәскәрҙәренә күсә, штурм отрядтарында ҡатнаша башлай. Ауыр яралана. Һуңынан госпиталь, оҙаҡ ваҡыт дауаланыу. Аллаға шөкөр, ул тыуған яғына ҡайтты. Мине ижад кешеһенең йыр-моң менән шөғөлләнеүе, һуңынан штурмлау бригадаһына күсеүе хайран ҡалдырҙы, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты рәссам.  

Һүҙ ағалы-ҡустылы Фларид һәм Фидан Бирғәлиндар тураһында бара. Беренсеһе-Сибай концерт – театр берекмәһенең вокал артисы, икенсеһе - сәхнә монтажсыһы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Фларид Бирғәлин «Хәрби батырлыҡтары өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.

Юрий Сивачев үҙе 2022 йылда Греков исемендәге художество училищеһында уҡытыусы булып эшләгәндә МХО-ға мобилизациялана. Шул ваҡыттан алып ул махсус хәрби операция геройҙарының портреттарын яҙа.

 

 

Хәрби рәссамдар Өфөлә Еңеү йөҙөн һынландырҙы
Хәрби рәссамдар Өфөлә Еңеү йөҙөн һынландырҙы
Хәрби рәссамдар Өфөлә Еңеү йөҙөн һынландырҙы
Хәрби рәссамдар Өфөлә Еңеү йөҙөн һынландырҙы
Хәрби рәссамдар Өфөлә Еңеү йөҙөн һынландырҙы
Хәрби рәссамдар Өфөлә Еңеү йөҙөн һынландырҙы
Хәрби рәссамдар Өфөлә Еңеү йөҙөн һынландырҙы
Хәрби рәссамдар Өфөлә Еңеү йөҙөн һынландырҙы
Хәрби рәссамдар Өфөлә Еңеү йөҙөн һынландырҙы
Автор:
Читайте нас